Йәмғиәт
4 Ғинуар 2022, 10:00

Асыҡ канализация ҡапҡасы – үтә хәүефле!

Был юлы SOS сигналын уяу кешеләр еткергән

Асыҡ канализация ҡапҡасы – үтә хәүефле!Асыҡ канализация ҡапҡасы – үтә хәүефле!
Асыҡ канализация ҡапҡасы – үтә хәүефле!

Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәгенә халыҡтан ялыуҙар килеүен дауам итә. Был юлы SOS сигналын уяу кешеләр еткергән.

Дөрөҫөрәге, баш ҡалабыҙҙың Лесозаводская урамында ярымасыҡ ятҡан канализация ҡапҡасын халыҡ күреп, тейешле урынға хәбәр иткән. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте уны “Өфөводоканал” йәмғиәтенә әйткән. Соҡорға бала сағаның ҡолап китеүе ихтимал, аҙағын уйлауы ла ҡурҡыныс, автомобилдәрҙең тәгәрмәстәре төшөп, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлергә мөмкин.

Әйткәндәй, Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәгенең ваҡытында сара күреүе арҡаһында ғына хата төҙәтелгән.

Шуны еткереү файҙалы, әгәр ҙә һеҙ берәй урында ошондай күренешкә тап булһағыҙ, уның өҫтөнә сыбыҡ йәки төҫлө тауар һалып, билдәләргә онотмағыҙ. Шул уҡ ваҡытта коммуналь хеҙмәттәргә йәки Берҙәм дежур-диспетчер (112) шылтыратығыҙ. Һис кенә лә канализация ҡапҡасын үҙ белдегегеҙ менән япмағыҙ!

Фото: Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас