Йәмғиәт
4 Ғинуар 2022, 14:30

"Оҡшамаһа, атам..."

Мишкә районындағы кафеға килгәндәр күңелһеҙ хәлдең шаһиты булған.

"Оҡшамаһа, атам...""Оҡшамаһа, атам..."
"Оҡшамаһа, атам..."

Мишкә районының Мишкә ауылындағы "Камильфо" кафеһында кафе хужаһы атыш ойошторған, тип хәбәр иткән "Башинформ". Был хаҡта шаһиттар социаль селтәрҙә яҙған.

Ыҙғыштың сәбәбе - хеҙмәтләндереүҙең насар булыуында, тигән улар. Баҡтиһәң, кафеға килгән берәү ошо йәһәттән дәғүә белдергән. һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр менән низағлашып киткәндәр. Артабан туҡтай алмай, тышҡа сығып һуғыша башлағандар. Кафе хужаһы ла, эшсеһен яҡлап, бәхәскә ҡыҫылған. Ул, һуғышҡандарҙы бер-береһенән айырып алдыҡ тигәндә генә, пневматик пистолетын сығарып, кем икәнен дә ҡарап тормай, ата башлаған.

Эске эштәр министрлығында билдәләүҙәренсә, әле был хәл буйынса тикшереү башланған, ғәйепле кеше закон алдында яуап бирәсәк.

Шулай итеп, ябай ризаһыҙлыҡ белдереүҙән башланған низағ күңелһеҙ тамамланған. "Клиент һәр ваҡыт хаҡлы" тигән ҡағиҙәне онотҡандар, күрәһең, был кафела. Оҡшамаһа, атам, тигән кеүегерәк килеп сыҡҡан.

Фото: kakbarmen.ru

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас