

Мәхмүзә еңгәй менән Хәбир ағай хәҙер инде оло йәштә булып, ауылда һәүетемсә генә, ололарса донъя көтә. Донъялары етеш, тормош-көнкүрештәре матур.
Йәшерәк сағында Хәбир ағай ныҡ ҡына “төшөрөргә” яратҡан. Был сире бер көн менән генә туҡталмай, аҙналарға һуҙылып китә. Шундай саҡтарҙа Мәхмүзә еңгәй өйҙәге йомош-юлға тип тотҡан запас аҡбаштарҙы ҡайҙа булһа ла йәшерергә тырыша икән.
“Ҡайҙа ғына йәшерһәм дә, табып эсә лә ҡуя. Әллә еҫен һиҙә инде? Шул араҡы йәшереү арҡаһында көлкө лә, ҡыҙғаныс та хәлдәргә лә тарып бөттөк.
Бер мәл тағы шул бахмур хәлендә йөрөп ятҡас, бесән алдырыуға тип тотҡан өс яртыны ҡайҙа йәшерергә белмәй мейестең усаҡ яғына – ҡаҙан аҫтына тыҡтым. Көл араһына йәшереп, өҫтөнә ҡоро утын да һалдым. Көҙ мәле, әле мейескә яҡҡан юҡ.
Бер көн һалҡынса булғас, усаҡ аҫтындағы әҙер утынға ут төрттөм дә, һуҡмыш иремде сәйгә саҡырҙым. Инде генә сәй эсә башлағайныҡ, усаҡ эсендә бер нәмә “шарт!” итеп атып ебәрҙе. Ир ҡурҡышынан ап-аҡ булды, мин дә телһеҙ ҡалдым. Ул арала икенсегә шартлау яңғыраны. “Эй, Хоҙайым, мейес емерелмәһен йәки ҡаҙан ғына осоп китмәһен инде”, - тип теләйем эстән генә. Өсөнсөһөнөң дә шартларын беләм бит инде лә. Бәхеткә күрә, мейес тә емерелмәне, ҡаҙан да османы, уның ҡарауы ағайығыҙ шул тиклем тиҙ айныны”, - тип һөйләгәйне көлә-көлә Мәхмүзә еңгә. Әлбиттә, ул мәлдә икеһенә лә бер ҙә көлкө булмағандыр, айырыуса бер ни белмәгән Хәбир ағайға.
“Аллаға шөкөр, Хәбир ағайығыҙ ҙа арынды ул насар ғәҙәтенән. Хәҙер инде араҡы кеүек зәхмәтте өйҙә бөтөнләй тотмайбыҙ ҙа, алмайбыҙ ҙа. Бесән алдырыу кеүек йомош-фәләнгә тракторы-машинаһы булған ир-егеттәр аҡсалата хаҡ алырға өйрәнде. Шулай булырға тейеш тә”, - тип һығымта яһаны Мәхмүзә еңгә.
Фото: news.myseldon.com