Йәмғиәт
5 Ғинуар 2022, 04:00

Хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ теләргә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Заһир Зәйнетдинов аварияға осрағас, ошоға бәйле хәл менән уртаҡлашты 

Хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ теләргә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?Хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ теләргә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ теләргә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Билдәле артист, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин) социаль селтәрҙәге диуарында былтыр булған  ваҡиғалар менән уртаҡлашып, "хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ теләргә кәрәк" тип кәңәш итте.

- Яңы йыл, ай тулған ваҡыт - был көндәрҙә йылға маҡсат ҡуйыу мөһим һәм кәрәк! Мин ҡунаҡханала яңғыҙ ҡалып, донъянан бикләнеп, быйыл нимәгә өлгәшергә теләүемде яҙа башланым. 

Ун өлкәне билдәләнем һәм һәр береһенә ун маҡсат яҙҙым. 

Былтыр көндәлектә үҙемдең шәхси водителем менән йөрөргә теләүемде яҙғайным. Ғинуарҙа аварияға осрап, машинамды ваттым. Был хаҡта күптәр белмәй. Тәүҙә ҡайғырҙым, аҙаҡ икенсе машина алырмын, тип уйланым, тик йыл буйы нимәлер быға ҡамасаулап торҙо. Мең төрлө сәбәп һәм хәл кәртә булды. 

2021 йылда тиксиҙа йөрөнөм, гастролдәргә водитель менән машина ялланым... 

Теләгем ҡабул булды, тик мин теләгәнсә түгел, ә нисек яҙғаным буйынса. 

Шуға ла хыялдарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ теләргә кәрәк! 

Ул машинаға ҡағылһа, уның төҫө һәм маркаһына тиклем күрһәтеп һүрәтләгеҙ. 

Һаҡ булығыҙ, бик уйлап ҡына хыялланығыҙ! - тип яҙа Зәйнетдин. 

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Фото: "Инстаграм"дан алынды. 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас