Йәмғиәт
5 Ғинуар 2022, 16:45

Ниһайәт, туҡталыш павильондары ҡуйылды

”Ҡар яуғанда ла, елле көндә лә асыҡ урында автобус көтөргә мәжбүрбеҙ”, - тип яҙғайнылар Благовещендан.

Ниһайәт, туҡталыш павильондары ҡуйылдыНиһайәт, туҡталыш павильондары ҡуйылды
Ниһайәт, туҡталыш павильондары ҡуйылды

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙә яңы пост ҡуйҙы. Яҙмала һүҙ бына нимә хаҡында бара.

“Благовещен халҡы Зенцов һәм Совет урамдары буйлап автобус көтә. Бының өсөн яҡшы юл шарттары кәрәк. Һәм улар буласаҡ. Подрядсы бордюрҙар ҡуйған, тротуарҙарға асфальт түшәгән, таш алып килгән. Ремонт эштәре быйыл яҙ дауам итәсәк.

Ләкин туҡталыш халыҡҡа хәҙерге мәлдә кәрәк: эшкә, мәктәпкә, башҡа йомоштар буйынса йөрөү өсөн. Благовещен халҡы социаль селтәрҙә ошо проблема хаҡында яҙған һәм туҡталыш павильондарын күрше Коммунистик урамда эшләргә тәҡдим иткән. ”Ҡар яуғанда ла, елле көндә лә асыҡ урында автобус көтөргә мәжбүрбеҙ”, - тип яҙған Леонид Вервельский.

Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте иғтибар үҙәгенә алды. Благовещен районы хакимиәтендәге хеҙмәттәштәр менән бәйләнешкә индек. Муниципалитет 2021 йылдың 30 декабренә тиклем Коммунистик урамында ваҡытлыса туҡталыш павильондары ҡуйырға планлаштырғайны. Эштәрҙе бер аҙ алдараҡ – 29 декабргә тамамлай алдыҡ. Хәҙер транспорт көтөү халыҡҡа күпкә уңайлыраҡ.

Зенцов һәм Совет урамдарындағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә килгәндә иһә, был мәсьәлә муниципалитеттың контролендә. Республикаға идара итеү үҙәге лә хәл-торошто күҙәтеп барасаҡ”, - тип әйтелә яҙмала.

Сығанаҡ һәм фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас