Йәмғиәт
6 Января 2022, 14:00

"Ҡарлы өмә"гә сығайыҡ!

Мәғлүмәттәрҙе, фотоларҙы #снежныйсубботникРБ хештегы менән ҡуйырға һәм эҙләргә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ҡарлы өмә"гә сығайыҡ!"Ҡарлы өмә"гә сығайыҡ!
"Ҡарлы өмә"гә сығайыҡ!

Башҡортостан муниципалитеттары биләмәләрендә “Ҡарлы өмә” акцияһы бара.

Сара үҙ эсенә ихаталарҙа төрлө уйындар, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән ойоштороуҙы ала, унан тыш, күңел асыу менән бер рәттән, тирә-яҡты, йорт тирәләрен ҡарҙан таҙартыу, сүп-сарҙы сығарыу эше лә бара.

Мәҫәлән, Хәйбулланың Аҡъяр ауылында халыҡ иртәнән үк дәррәү ҡар таҙартырға сыҡҡан. Башҡа райондарҙа ла кешеләр акцияла әүҙем ҡатнаша.

Аҡъярҙағы 2-се мәктәптә эшләгән педагог Айгөл Рәсембәтова әйтеүенсә, хеҙмәттәштәре сарала ихлас ҡатнашҡан.

Республикала барған “Ҡарлы өмә” акцияһы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт, фотолар менән интернетта, социаль селтәрҙәрҙә #снежныйсубботникРБ хэштегы буйынса танышырға, шулай уҡ үҙегеҙҙекеләрҙе ҡуйырға мөмкин. Сара һөҙөмтәләре Яңы йыл каникулдарынан һуң билдәләнәсәк.

Фотолар: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

­­

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева