Йәмғиәт
6 Ғинуар 2022, 16:30

“Барыһы ла яҡшы булһын!”

Андрей Назаров: "Минең киләсәктәге уңышҡа ышанысым нигеҙһеҙ оптимизм түгел".

“Барыһы ла яҡшы булһын!”“Барыһы ла яҡшы булһын!”
“Барыһы ла яҡшы булһын!”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә үҙенсәлекле пост яҙҙы. Унда түбәндәге юлдар бар.

“Бер мәл буш ваҡыттарҙа Википедияны байҡарға, был көндә ниндәй тарихи ваҡиғалар булғанды ҡарарға яратам, тип яҙғайным. Мәҫәлән, кисә Аденауэрҙың – һуғыштан һуң Көнбайыш Германияның тәүге канцлерының тыуған көнө булған. Сағыу һәм үҙенсәлекле шәхес. Ҡасандыр мин “Германияның иҡтисади мөғжизәһе” хаҡында уҡығайным, шул осорҙан был кешене хөрмәт итәм. Тап уның ҡул аҫтында Германияның һуғыштан һуң бөлгөнлөккә төшкән иҡтисады күтәрелгән, ә ФРГ алдынғы илдәрҙең береһенә әүерелгән.

Ғөмүмән, һуғыштан һуңғы Германияның иҡтисади уңышы нигеҙендә “Маршалл планы” нигеҙендә ойошторолған Америка ярҙамы бар тигән миф йәшәй. Ысынбарлыҡта, был һис улай түгел. Ғәмәлдә, илдең иҡтисад министры Эрхарлд һәм канцлер Аденауэр ниәтләгән реформалар күпкә һөҙөмтәлерәк килеп сыҡҡан, был ике кеше һәр аҙым өсөн сәйәси яуаплылыҡ алған.  

Ә уларға ниндәй мираҫ ҡалғанын аңлап тораһығыҙ: йорттар, юлдар емерелгән, сәнәғәт туҙҙырылған, иҡтисади бәйләнештәр өҙөлгән. Барлыҡ килешеүҙәр тиерлек бартер нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Әммә ун йылдан ил танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Алға китеш өсөн ҡыйыу аҙымдар яһарға тура килгән: аҡса, һалым реформалары, хаҡтарға ҡарата  дәүләт контролен алыу һәм башҡалар.

Минең киләсәктәге уңышҡа ышанысым иһә нигеҙһеҙ оптимизм түгел. Иҡтисади күтәрелеште ойоштороу – тигеҙһеҙ юлдан ҡараңғыла барыу түгел ул. Ысынбарлыҡта был юлдан миңә тиклем дә байтаҡ кеше үткән һәм улар өлгәшкән уңыштар ҙа, тәжрибә лә ыңғай йүнәлеш биреүе ихтимал.

Хәйер, Аденауэрҙың тыуған көнө кисә ине. Бөгөн иһә беҙҙә – Раштыуа. Бик мөһим байрам, сөнки донъя, шул иҫәптән христиан ҡиммәттәре нигеҙендә төҙөлгән. Дингә ышанған һәм ышанмағандарҙы ла байрам менән ҡотлайым, изгелек, яҡтылыҡ теләйем. Барыһы ла яҡшы булһын!” - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото А. Назаровтың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас