Йәмғиәт
6 Ғинуар 2022, 05:00

Фатирҙағы йылан юҡҡа сыҡҡан

Экзотик хайуандар яратҡан ҡатын ҡурҡышынан ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән.   

Фатирҙағы йылан юҡҡа сыҡҡанФатирҙағы йылан юҡҡа сыҡҡан
Фатирҙағы йылан юҡҡа сыҡҡан

Бөгөн ашығыс хеҙмәттәргә Өфө ҡалаһынан экзотик хайуандар яратҡан ҡатын мөрәжәғәт итеп, уның өйөндә йәшәгән питоны юғалыуы тураһында хәбәр иткән. Хужабикә өйҙә юҡ саҡта йылан контейнерҙан сыҡҡан һәм юғалған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡыҙыҡһыныусан йән эйәһен эҙләргә юлланған. Бәхеткә күрә, питонды өйҙә ванна бүлмәһендә тапҡандар.

Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, был питон хужабикәнең берҙән-бер экзотик хайуаны түгел, өйҙә күргәҙмәләр һәм үҙенсәлекле фотосессиялар өсөн тағы бер нисә йылан аҫрала икән.

Әйткәндәй, ҡотҡарыусыларҙы ҡырағай, ә ҡайһы берҙә экзотик хайуандарҙы аулауға йыш уҡ булмаһа ла, саҡырып торалар. Был юлы әлдә барыһы ла уңышлы тамамланған, сөнки йыландың юҡҡа сығыуы күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе ярайһы уҡ ҡурҡыуға һалған.

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Фото: proprikol.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас