

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса сираттағы - 2022 йыл өсөн конкурс башланды.
Йылҡыбай – Өфө эргәһендә урынлашҡан, йылдам үҫешкән ауылдарҙан. Бында әүҙем йәштәр күп йәшәй, сөнки тап ошо урында күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләүселәргә ер участкалары бүленгән. Шуныһы ҡыуаныслы - йылҡыбайҙар берҙәм һәм татыу, уртаҡ проблемаларҙы гел бергә хәл итә.
Ә хәл итәһе мәсьәләләр күп. Мәҫәлән, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын нисек ойошторорға? Әммә әүҙем ҡарашлы йылҡыбайҙар аптырап тормаған һәм мәсьәләне хәл итеү юлын тапҡан. Һүҙ урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу хаҡында бара.
2018 йылда ошо юл менән ауылда юлдар тәртипкә килтерелгән, ә быйыл иһә Йылҡыбай ауылының Йылҡыбай һәм Сәскә үҫтереүселәр урамдары халҡы программала балалар-үҫмерҙәр спорт майҙансығын урынлаштырыу буйынса ҡатнашырға ниәтләгән. Әгәр ул тормошҡа аша ҡалһа, бында йәшәгән тиҫтәләрсә бала заманса йыһазландырылған уңайлы майҙансыҡҡа эйә буласаҡ.
Йылҡыбайҙарҙың әүҙемлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларға был башланғыста уңыштар теләйек!
Фото: рәсми сығанаҡтан.