

Башҡортостан халҡының социаль селтәрҙәрҙә халыҡты яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү буйынса мөрәжәғәттәре топ-5 иҫәбенә инә, тип хәбәр ителә Республикаға идара итеү үҙәгенең яңы яҙмаһында. Кешеләрҙе нисек итеп ирекмәндәр рәтенә яҙылыу ҙа ҡыҙыҡһындыра икән. Быны эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ.
Республикала "Беҙҙең хәстәрлек" ("Наша забота") ирекмәндәр штабы эшләй. Берҙәм колл-үҙәккә - 8 800-201-89-03 һандарына шылтыратып йәки гугл-форма аша ла яҙылып була:
https://forms.gle/1DnrxYarJxZerC7w6 (йәйәүле ирекмәндәр)
https://forms.gle/CtGmpaRatVHSJnCX8 (машинала йөрөгән ирекмәндәр)
Теләгәндәр шулай уҡ республиканың Ирекмәндәр һәм йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала: + 7 (347) 251-89-76.
Изге ғәмәлдәр ҡылырға "Бәйләнештә" селтәрендәге "Другое дело" ҡушымтаһы ла ярҙамлаша: https://vk.com/dd_app. Һәр эшләнгән эш өсөн балл бирелә, уларҙы Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүгә, инглиз телен өйрәнеүгә, гаджеттарға һәм башҡа приздарға алыштырырға мөмкин.
Республикаға идара итеү үҙәге ҡуйған видеояҙмала проектта финалға сыҡҡан ҡатнашыусыларҙың береһе – Айгөл Гәрәева үҙенең еңеүе тураһында һөйләй.
Фото: видеонан скриншот.