

Белоретта торба үткәргес тишелгән. Был күңелһеҙ ваҡиға 15 мең кешене йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалдырған. Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә ошо турала пост ҡуйҙы. 176 йорт, 14 социаль оюъект - мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар...
Республикаға идара итеү үҙәге системалары был хәлгә бәйле мөрәжәғәттәрҙе бөгөн иртән теркәгән. Белорет районы вәкилдәре мәсьәләне күҙәтеүгә алып, кешеләргә оператив рәүештә яуап биргән.
Йылылыҡ трассаһында авария 20-се мәктәп эргәһендә булған. Сәбәбе - торбаларҙың ныҡ иҫкергән булыуы. Район башлығы А. Иванюта авария урынына барған. Бында 14 кеше һәм биш махсус машина авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл булған.
Аварияның төп эҙемтәләрен көндөҙгө сәғәт бер тула тигәндә бөтөргәндәр, белгестәр газ менән иретеп йәбештереү эштәрен башҡарған, системаны йылытҡыс менән тултырыу башланған.
Республикаға идара итеү үҙәге хәлде контролдә тотоуын хәбәр итә.
Фотолар - Республикаға идара итеү үҙәгенән.