

Өфөлә “TERRA ZIMA” Яңы йыл фестивале тамамланды. Ул 31 декабрҙән 4 ғинуарға тиклем дауам иткәйне.
Фестиваль нигеҙендә 3 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар парады һәм республика Ҡыш бабайҙар парады уҙғарылды. Ҡыш бабайҙар парадына Рәсәй актеры Никита Джигурда етәкселек итте, уның ейәнсәре ролен телевидение алып барыусыһы Евгения Машко башҡарҙы.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, парадта меңдәрсә Ҡыш бабай ҡатнашты. Улар – Профсоюздар йорто алдында, ә Ҡарһылыуҙар Арт-квадратта йыйылды. Яңы йыл геройҙары баш ҡаланың Чернышевский, Ленин һәм Коммунистик урамдарынан үтеп, Карауанһарайға йыйылды. Ошондағы майҙансыҡта Ҡарһылыуҙар төрлө конкурстарҙа ҡатнашты.
Фестиваль аҙағында Ағиҙел ярында атлы саналар экипаждары парады уҙғарылды. Әйткәндәй, Өфөлә был сара икенсе йыл үткәрелә. Унда Башҡортостан райондарынан, шулай уҡ Өфөнән ҡатнаштылар. Парадта экипаждарҙың, аттарҙың биҙәлеше буйынса бер нисә номинацияла бәйге ойошторолдо. Конкурсанттарҙы абруйлы жюри баһаланы.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Иң яҡшы биҙәлгән сана” номинацияһында – Яңауыл районы, “Иң дәртле экипаж” номинацияһында – Шишмә районы, “Иң үҙенсәлекле таныштырыу” номинацияһында – Күгәрсен районы, “Иң шәп егелгән ат” номинацияһында Ҡариҙел районы юғары баһаға лайыҡ булды. Уларға аҡсалата сертификат тапшырылды. Дүртөйлө районы командаһы төп бүләкте яуланы һәм 100 мең һумлыҡ призға эйә булды. “TERRA ZIMA” фестивален Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Өфө хакимиәте ойошторҙо.
Л. ДӘҮЛИЕВА.