Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 14:16

Донъяның “ҡояшлы яғы” уҙаманы

Билдәле прозаик һәм драматург Рәлиф Кинйәбаев матур юбилейын билдәләй.

Рәлиф Кинйәбаевты мин үҙем өсөн тәүҙә ҡыҙыҡлы ғына хикәйәләр авторы булараҡ астым. Ә бер заман ул сәхнә әҫәрҙәре, тетрәнеп йә көлә-көлә ҡарарлыҡ драмалар, комедиялар ижад итә башланы.

 2001 йылда яҙыусыларҙың ХIII съезында һөйләгән докладында Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев былай тигәйне: “Журналист һәм прозаик Рәлиф Кинйәбаевтың драматургияға ҡыйыу килеп инеүе айырым иғтибар талап итә. Үҙ юлын ул Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында башланы. Иң тәүҙә бында уның “Миңә атай табығыҙ!” пьесаһы ҡуйылды”. Был һүҙҙәрҙә йәш драматургка ҙур өмөт бағлау ҙа, ныҡлы ышаныс белдереү ҙә күренә, уны ихлас күңелдән донъялай киң әҙәбиәт, ижадсылар майҙанына саҡырыу ишетелә, халҡының рухи донъяһына саф, ысын күңелдән хеҙмәт итерҙәй уңған, һәләтле, фекерле ижадсыға фатиха биреү ҙә сағылып ята. Һәм Рәлиф Кинйәбаев бындай саҡы­рыуҙы ихлас күңелдән, ҙур яуаплылыҡ тойоп ҡабул итә – майҙан тота башлай, уға бағлаған өмөт-ышанысты бар ижады менән аҡлай. Шуның тос дәлиле булып “Гүргә инер сер ине” драмаһы тора. Ике республика – Башҡортостан һәм Татарстандың нисәмә театрында тиҫтә йылдар һуҙымында аншлаг менән барған спектакль.

Ауылыбыҙ йәшәйешенең нигеҙен тәшкил иткән, халыҡҡа эш биреп, уны ашатып торған колхоздарҙың юғарынан төшкән ҡарарҙарға ярашлы таралып бөтөүе бар йәмғиәтте тетрәндерҙе. Совет заманында илдәге мөһим ваҡиғаларға яҙыу­сыларҙың мөнәсәбәтенең һүлпән, һуң булыуы тәнҡитләнә ине. Ә әлеге ситуацияла күренекле әҙип Рәшит Солтангәрәев әүҙемлек, етеҙлек күрһәтте: өр-яңы роман яҙҙы. “Кешеләр” әҫәрендә ул емерткес ҡарарҙың ғәмәлгә индерелгән тәүге көнөндә үк ниндәй зил-зилә ҡуп­тарғанын, ышанмаҫлыҡ фажиғәгә алып килгәнен үҙенә генә хас оҫталыҡ менән һүрәтләне. Артабан нисек, нимә булыр, тигән хәл иткес һорау килеп баҫты йәмғиәт алдында. Уның артынан уҡ тиерлек Рәлиф Кинйәбаев был темаға пьеса яҙҙы. “Айғырыңды үтескә бир” әҫәрендә артабан нисек, нимә булыр, тигән һорауҙарға яуап та күреп була ул тамашала.  Донъя сәхнәһенә Ташбаш менән Күҫәк килер, суҡмар менән киҫтән алдан йөрөр, алтатар менән мылтыҡ хакимлыҡ ҡылыр. Хатта быуындар бәйләнеше өҙөлөр, бала-саға тауышы ла һирәк ишетелер, тип кем уйлаған. Ҡурҡыныс, күңел өшөй. Ярай әле спектакль аҙағында Хөснулла: “Беҙ бөгөндән өйлә­нешәбеҙ”, – тип ҡәтғи ҡарарын йәмғиәткә еткерә. Ә Сынтимер һүҙҙәре: “Хөснулла, мә, асҡысты ҡоҙоҡ эсенә ташла. Батһын шунда”. Персонаждарынан шундай һүҙҙәрҙе әйттереп, автор, тормош дауам итә, тип раҫлай. Тамашаны яратып ҡараған меңдәрҙе ерҙә ошондай мәңгелек ҡиммәттәр, хистәр, мөхәб­бәт, ғаилә, иман, күрше хаҡы йә­шәгәндә тормош мотлаҡ арыу­ланасаҡ, алға барасаҡ тип тыныс­ландыра, төңөлөүҙән ҡурсалап, һүрелеп барған өмөттәрен тергеҙеп, ышаныс, дәрт өҫтәй...

Инде билдәлелек яулаған драматургтың яңы пьесаһы – “Торатау һаман тора” – үҙенең исеме менән аптыратты. Ул тағы ҡайҙан, ни өсөн килеп сыҡҡан раҫлау? Ул тормаҫҡа тейешме ни? Ниңә “һаман”? Уға ҡөҙрәтлебеҙ көндәрҙе һанап ҡына биргәнме лә, ул ваҡыт үтеп барамы? Сәйер һорауҙарыма яуапты әҫәр менән танышҡас аңлағандай булдым: пьеса исеме Бөйөк Ватан һуғышында әсиргә алынған, Торатау итәгендә казармаларҙа тотҡонда булған немецтың “Торатау торамы әле?” тигән һорауына яуап икән.

“Их, Байтимер дуҫ!” исеме менән оҙаҡ йылдар бәхетле сәхнә ғүмере кисергән спектакль Торатау итәгендәге бөгөнгө ауыл тормошон еңелсә ирония, үткер сатира, әйтеп биргеһеҙ әсенеү-үкенес менән тасуирлап, илебеҙ күгендә һуғыш һөрөмөнөң һаман да таралып бөтмәгәнен һөйләй. Пьесала тыу­ҙырған ситуациялар кешеләрҙең холҡоноң, ғәҙәтенең, донъяға ҡарашының, иманының төрлө икәнлеге ҙур оҫталыҡ менән асыла. Драматургтың пьеса аҙағындағы интригаһы ла бик мәғәнәле. Тамашасылар ҙур түҙемлек менән сәхнәгә төп геройҙың килеп сығырын көтә. Әммә көтөп ала алмайҙар: ул сәхнәгә сыҡмай. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Байтимер Шәрипов ҡапыл вафат була. Тетрәндергес, күптәрҙе уйға һалған финал. Пьесаныңмы, тамаша­ныңмы, ғүмерҙеңме? Их, Байтимер дуҫ!..

Яҙыусының заманса йәшәү рәүеше кимәлен, заманса ҡаҙаныш­тарҙы, ижтимағи психологияны, әҙәп, бәҫһеҙлекте, иман-әхлаҡһыҙлыҡты иҫәпкә алып яҙылған етди социаль проблемаларҙы күтәргән “Әбей урлау”, “Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың!”, “Әбейүшкә эт тущка.ru” комедиялары бер кемде лә битараф ҡалдыр­маны.

Һәр проза әҫәрендә драматургия күрер һәләте булған билдәле әҙип оҡшатҡан әҫәрҙәр буйынса инсценировкалар ҙа яҙҙы. Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланы” хикәйәһен “Ер менән күк араһында” тигән исем менән, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәшит Сол­тангәрәевтең “Татар менән башҡорт” хикәйәһен шул уҡ исемле пьесаға әйләндереп, тормоштоң улар күтәргән етди проблемаларын сәхнә теле менән халыҡҡа еткерә. Яйы сыҡҡанда әйтәйем, “Татар менән башҡорт”, Рәлиф тарафынан ойошторолған тәүге милли, профессиональ антреприза булараҡ, башҡорт мәҙәниәт тарихында урын алды. Әҙәбиәт­селәр билдәләүенсә, темалар, ысынлап та, етди, хатта фекерҙәш­тәренең бәғзеләре “тото­норға ҡурҡмайһыңмы?”, “акценттар­ҙы дөрөҫ ҡуйырһыңмы?”, “килтереп сығарырһыңмы?”, “хәйер, дөрөҫ булыр – һинең тәжрибәң дә ҙур, ижтимағи-сәйәси ситуацияны яҡшы беләһең, аҡылың да камил”,  тип борсолоуҙарын, ышаныстарын, фатихаларын белдерҙеләр. Ҡәләм оҫтаһы килтереп сығарҙы. Драматургия өлкәһендәге уңыштары тураһында һүҙ сыҡһа, яҙыусы ҙур ихласлыҡ менән уның иң тәүге пьесаһын, шунан башҡаларын да сәхнәләштергән талантлы режиссер Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясованы, рәссам, былтыр ғына вафат булған Азамат Ғиләжевте хөрмәтләп иҫкә ала.

Рәлиф Кинйәбаевтың “төп” эше тип әйтәйемме, һәр хәлдә, донъя ҡорорлоҡ, ғаилә ҡарарлыҡ, эш хаҡы алып эшләй торған һөнәре – журналистика. 1985 йылда уны “Совет Башҡортостаны” гәзитенең көньяҡ төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. 1986 йылда Ишембайҙа төпләнә. Хикәйәләр яҙа. “Һыу юлында һылыу ҡыҙ” тигән йыйынтыҡ та сығарып өлгөрә. Оҙон буйлы, буйсанлығынан бер аҙ уңайһыҙланғандай, башын саҡ ҡына түбәнерәк эйеп йөрөгән, диҡҡәтле, күп һөйләмәҫ, йылмайыуға һараныраҡ күренгән, сабыр, төпсөр егет оҡшаны миңә. Мине “Совет Башҡортостаны”на күсергәстәр беҙгә бергә эшләргә тура килде. Үҙ хәбәрсе – баҫманы халыҡ менән бәйләүсе, урындарҙағы тормошто күреүсе, халыҡ кәйефен ишетеүсе, белеүсе, уны гәзит биттәренә ташыусы етди, мөһим фигура. Баҫманың абруйы баҫылған мате­риалдарҙың төплөлөгөнән, уҡымлы­лығынан, ышандырырлығынан ғына тормай, ә халыҡ араһында йәшәгән үҙ хәбәрселәрҙең эшмәкәрлегенә лә ныҡ бәйле. Рәлиф Кинйәбаев шундай – гәзит бәҫен юғары тотоусы, халыҡ тормошон ентекле өйрәнеүсе, уларҙы дөрөҫ сағыл­дырыусы, сетерекле мәлдәрҙе объектив, ғәҙел итеп яҙыусы жур­налистарҙың береһе.

Рәлиф Кинйәбаевты алда – төп эше журналистикала ҙур үҙгәрештәр көтөп торған булып сыҡты. 1999 йылда уның һәләтен, йүнселлеген, айыҡ аҡылын, тәжрибәһен күреп, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев ҡоласын киңәйтеп, ҡанатын йәйеп, коллективына таянып һөҙөмтәле эшен дауам итте. Матбуғат алдына ҡуйылған көндәлек тормошто күрһәтеү, илдең, йәмғиәттең йылъяҙмаһы булыу, халыҡтың дәүләт, власть менән бәйләнешен тәьмин итеү кеүек бурыстарҙы гәзит теүәл, ғәҙел, белемле, ижади, халыҡсан атҡарҙы. Ул эшләгән заманда йыл аҙағы яҡынлаша башлаһа, райондарҙа ниндәйҙер көтөү, өмөт, ышаныс, борсолоу һауаһы ҡуйырыңҡырап киткәндәй була: бына-бына “Баш­ҡортостан” райондарҙың йыллыҡ рейтингын баҫтырасаҡ. “Сағыш­тырып ҡарағанда беҙҙең район республикала ниндәйерәк урын биләй икән? Быйыл ҡайһы категорияға индерерҙәр инде? Ҡайһы яғыбыҙ менән ҡәнәғәт була алабыҙ? Ниндәй тармаҡҡа иғтибарҙы көсәйтергә? Өфө күҙе менән ҡарағанда ҡайҙа эшләп еткермәйбеҙ икән?” кеүегерәк уйҙар борсой башлыҡтарҙы. Ә ундай рейтинг­тарҙы әҙерләр өсөн журналистарға күпме белем, тырышлыҡ, ысынбарлыҡты аңлау, иҡтисадты, уның һәр тармағының үҙенсәлеген белеү, хәл-торошто анализлау, дөйөмләштереү, һы­ғымта яһау кәрәк. Рейтингты илгә сығарғансы һәр яғын етешәр тапҡыр үлсәргә уның өсөн бизмәнең бик тә теүәл, дөрөҫ булырға тейеш. Шөкөр, тип ҡыуана редактор, баһабыҙ дөрөҫ, ғәҙел булды, бер кемде лә кәмһетмәнек – таманын ғына әйттек. Шуға ла бер ниндәй ҙә ялыу-фәлән булманы. Ул осорҙа гәзиттең яҡшылыҡты, матурлыҡты күрһә­теүгә, кешеләрҙе, индивидуумдарҙы, инсандарҙы – дөйөм кешелек йә йәмғиәтте түгел, аныҡ шәхестәрҙе күтәреүгә ныҡ иғтибар итеүе күҙгә бәрелеп торҙо. Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың фотоларын йыйып, айырым плакат итеп сығарыуы йәм­ғиәттә матур йәнләнеү тыуҙырҙы. Ә гәзиттең бер кемде лә битараф ҡалдырмаған “Йыл кешеһе”, “Йыл ваҡиғаһы”, “Йыл китабы”, “Йыл табышы”, “Йыл ғалимы, мөғәллиме, табибы, йөрөтөүсеһе, уйлап табыусыһы...” һәм башҡалар рубрикаһындағы күп һанлы һөнәр оҫталары хаҡында мәғлүмәттәр, мәҡәләләр, белешмәләр... Баҫма­ның был рубрикаһына эләккән уңғандарҙың, алдынғыларҙың, өлгө булырлыҡтарҙың үҙен республи­каның бар мөйөшөнән һәр кемгә күренеп торған оло почет таҡтаһына урынлаштырылған батырҙай тойоп йөрөүе? Кеше күңелен үҫтереү, сәм уятыу, дәрт өрөү түгелме? Рес­публиканың билдәле шәхестәренән интервью алып, уларҙы бергә туплап “Тарих яҙыр инем ташына” исеме менән китап сығарыуы редакцияла һәр юҫыҡта ижади ҡараш хакимлыҡ иткәнен күрһәтә. Ижади ҡараш редакцияла хөкөм һөрә лә ул, ә бына баш мөхәррирҙең – инде минең дуҫыма әйләнгән уҙамандың үҙ ижады ни хәлдә икән? Пьесалары сәхнәләрҙә ҡуйыла-ҡуйылыуын, тамашасыларға ла оҡшай. Тик ни өсөндөр бер китабы ла күренмәй. “Нишләп күренмәй, һин бит яҙыусы ла, ә китапһыҙ яҙыусы буламы ни? Китабыңды тотоп ҡарарға теләүселәр ҙә бик күп бит”, – тим. “Әллә, уңайһыҙ бит, – ти яҙыусы. – Дәүләт иҫәбенә китап сығарһам, башҡа яҙыусылар өлөшөнә ингәнмен кеүек”. Сәйер яуап. Һуңыраҡ уның бер мәҡәләһен уҡығас, аңлағандай булдым. Баҡһаң, баш мөхәррир булғас, беҙҙең тыйнаҡ эшмәкәребеҙ үҙенә бер нисә шарт ҡуя. Үҙенсә етәксе тәртибе кодексына тартым был шартнамәлә “дәүләт иҫәбенәме, үҙ аҡсаңа, ялғамы, эш буйынсамы, сит илдәргә сыҡмаҫҡа” тигән пункт та бар. Һәм был пунктын да ул тота. Бер сит илгә лә сыҡмай, хатта Мәскәүгә лә барыуҙан ялтанып ҡалырға тырышты.

Итәғәтле, ярҙамсыл, иғтибарлы, еңелсә юморлы, сәйәси-ижтимағи аңы көслө булған Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев республиканың иң төп, абруйлы “Башҡортостан” гәзитен 12 йыл етәкләне. 

...Донъя бара, властар алмашына, бер вазифа ла мәңгелек түгел. Рәлиф Кинйәбаевты 2011 йылда “Һәнәк” журналына етәксе итеп ебәрәләр, биш йылдан “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир вазифаһын тапшыралар, 2020 йылдың мартынан “Һәнәк” журналында эшләй.

Юғарыла телгә алынып киткән баш мөхәррирҙең етәксе кодексында “наградалар юлламаҫҡа” тигән пункт та бар. Танылған яҙыусы-драматург, киң билдәле журналист, йәмәғәт эшмәкәре был шартын да үтәне: юлламаны. Наградаларға лайыҡ тип тапҡан улын республика бүләктәре үҙҙәре юллап тапты. 2003 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем бирелде. 2021 йылда Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев күкрәген республиканың Халыҡтар дуҫлығы ордены биҙәне. Матур тормошҡа матур баһа – халыҡ ихтирамы һәм дәүләт наградалары. Ә алда – иркен ижад яланы...

 

Тәлғәт СӘҒИТОВ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Читайте нас