Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 14:26

“Донъяның ҡояшлы яғында йәшәргә теләйем”

Теләктәр ысын күңелдән әйтелһен.

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Һеҙгә функциональ диагностика табибына мөрәжәғәт итергә тура килгәне бармы? Моғайын, юҡтыр, сөнки уға һирәктәр эләгә, беҙ йышыраҡ терапевт, кардиолог, эндокринолог, невролог кеүек белгестәр тирәһендә уралабыҙ, аҙмы-күпме уларҙың эшмәкәрлеге менән танышбыҙ ҙа. Белгестәрҙең һәр береһенең үҙ йүнәлеше, дауалау алымдары бар. Ә бына функциональ диагностика табибы нимә эшләй? Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн ниндәй ысулдарҙы ҡуллана?

Ошо мөһим йүнәлеште һайлаған белгестәрҙең эшмәкәрлеге тураһында “икмәк-тоҙлоҡ” ҡына булһа ла ишетеп беләбеҙ, әлбиттә. Беренсенән, ул юғары белемле, тәжрибәле белгес, заманса махсус аппаратуралар менән һин дә мин “һөйләшерлек” табип, уның эшмәкәрлеге кеше организмындағы һәм ағзалары эшмәкәрлегендәге тайпылыштарҙы асыҡлай. Өҫтәүенә уға башҡа белгестәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура килә.

Бөгөнгө танышыбыҙ Алина Рамир ҡыҙы Зәйнуллина Республика кардиология үҙәгендә эшләй. Хеҙмәт стажы ла байтаҡ – 23 йыл. “Быныһы инде минең алтынсы хеҙмәт урыным. Йондоҙнамә буйынса мин бит Барыҫ йылында тыуғанмын, белеүегеҙсә, был йәнлектәр батшаһы тиктормаҫ, ҡурҡыу белмәҫ йән эйәһе, эҙләнергә, сәйәхәт итергә әүәҫ. Миңә лә уның холоҡ-фиғеле “йоҡҡандыр”, моғайын. Көтөлмәгән мажаралар, мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғалар ниңәлер мине үҙҙәре эҙләп таба”, – тип йылмая танышыбыҙ.

Беҙҙең йәмғиәттә төрлө холоҡло, һөнәрле кешеләр йәшәй. Кемдер – романтик, кемдер – фанат, кемдер – көйәрмән, кемдер Интернет селтәренән сыға алмай. Нисек кенә булмаһын, һәр кем тормошонан ҡәнәғәтлек тойғоһо табырға тырыша, яҡшы йәшәү өсөн төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы ысулдарҙы файҙалана. Үҙенең күңел донъяһын байытырға, көслө тойғолар кисерергә ынтылған, башҡаларҙы ҡурҡытҡан идеялар уның өсөн ирмәк кенә тойолған тәүәккәл кешеләр ҙә бар. Бына шуларҙың береһе – функциональ диагностика табибы Алина ЗӘЙНУЛЛИНА.

– Алина Рамир ҡыҙы, һеҙ – хеҙмәт баҫҡыстарының һәр береһен уңышлы үтеп, Янғантау, Бәләбәй тарафтарында һәм баш ҡала дауаханаларында байтаҡ эш һәм тормош тәжрибәһе туп­лап, Республика кардиология үҙәгендә эшкә тотонған табип. “Маҡсатыма өлгәшеүҙә бәхетле осраҡтар ярҙам итте, һәйбәт кешеләр осраны”, тиергә яра­таһығыҙ. Беҙҙеңсә, һеҙ үҙегеҙ тормош “дилбегәһен” ҡулында ныҡ тотҡан, ҡайһы йүнәлештә барыу мөһимлеген яҡшы күҙ алдына килтергән шәхес…

– Мин ғүмер буйы алдыма аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәнгәнмен. Тәүәккәллек ярты юлда туҡталып ҡалырға ирек бирмәй. Ауырлыҡтарҙы ла уфтанмай, зарланмай үткәрергә ғәҙәтләнгәнмен. Минеңсә, һәр ҡыйын хәлдән сығыу юлы бар. Өҫтәүенә оҙаҡ йылдарға етерлек һабаҡ та, сынығыу ҙа алаһың. Күтәренке кәйеф, оптимизм, яҡты йөҙлөлөк донъяның матур, аҫыл яҡтарын күрергә, баһаларға яр­ҙам итә, хатта барыбыҙҙы йон­сотҡан пандемия осоронда ла…

2020 йылда ғаиләбеҙ менән коронавирус сирен йоҡторҙоҡ. Атай-әсәйем, яҡындарым өсөн эстән яндым-көйҙөм, борсолдом. Был ҡәһәрле вирустың эҙемтә­ләре нисек булыуы билдәһеҙ бит. Бәхеткә ҡаршы, яҡындарымдың барыһы ла сирҙе еңеп сыҡты. Ошо үҙе әйтеп бөтөргөһөҙ шат­лыҡ, көтөп алынған ҡәҙерле бәхет түгелме ни? Бөтә нәмә сағыш­тырыуҙа күренә, һәр күңелһеҙ хәл-ваҡиғанан да яҡшы яҡты табып була. Хәҙер бар туғанда­рыбыҙ ҙа вакцина яһатҡан, башҡаса яңы штамдарҙы йоҡтормаҫҡа ине иҫәп.

– Ә үтеп барған Һыйыр йылына үпкә-дәғүәләрегеҙ бармы? Ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы 2021 йыл?

– Әйткәнемсә, донъяның ҡояшлы яғында булырға, һәр нәмәнән йәм-тәм табырға тырышам. Бер нимәгә ҡарамай, рәхәтләнеп сәйәхәт иттем быйыл. Рәсәйҙең иң матур төбәктәрендә булып, хис-тойғоларымды яңырттым: Ессентуки, Кисловодск, Пятигорск, Домбай, Эльбрус, Абхазия тәбиғәте һәм халҡы күңелемә ятты. Әллә күпме көс-дәрт алып, борсолоуҙарҙан арынып ҡайттым Башҡортостанға.

Ысын күңелдән теләһәң, хыялдар тормошҡа аша икән ул! Былтыр Яңы йылды ҡаршы алыр алдынан Башҡортостан юлдаш телеканалында барған күңелле байрам кисәһен һоҡланып ҡарап ултырғанымда кинәт, “Их, шунда ҡатнашһаң ине!” тигән теләк күңелдә тыуҙы. Әйтерһең дә, кемдер минең уйҙы ишетеп-белеп торған, быйыл мине телеканалға Яңы йыл тапшырыуына саҡыр­ҙылар. Мөғжизәме? Мөғжизә! Хатта бөгөн республиканың “Башҡортостан” гәзитенә интервью биреүем дә минең өсөн күңелле яңылыҡ, рухи аҙыҡ.

Тормошта ҡәҙимге әйбер­ҙәрҙән, хәл-ваҡиғаларҙан да йәм таба беләм. Фатир алыуым ҙур һөйөнөс булһа, машина йөрө­төргә өйрәнеүем – минең өсөн еңеү. Күп ҡатлы йортта йә­шәһәм дә, ихаталағы түтәлдәрҙә сәскә­ләр үҫтерергә яратыуым – күңел талабы. Яҙын подъезд алдына ер ҡаҙырға, сәскә ултыртырға, йәйен һыу һибергә сығам. Ғәжәпләнеп ҡараусылар булһа ла, иҫем китмәй, уның ҡарауы, йәй буйы мин үҫтергән аллы-гөллө сағыу петуниялар ҡара көҙгәсә күҙҙәрҙе иркәләй, тип ҡыуанам.

 

– Алина Рамир ҡыҙы, үҙегеҙ алсаҡ, күңелсәк, шаяртып һөйләшергә әүәҫ булыуығыҙға ҡарамаҫтан, хеҙмәтегеҙ үтә ауыр, етди тойола. Ни өсөн тап ошо һөнәрегеҙҙе тап “үҙегеҙҙеке” тип иҫәпләйһегеҙ?

– Эшемде, ысынлап та, бик яратам. Ошонда ултыраҡ­ланырмын, ахыры, һөнәремде башҡаса алыштырырға иҫәбем юҡ. Ни өсөн ул минең күңелемә бик яҡын? Сөнки был хеҙмәт һәр саҡ мейене ялҡауланмаҫҡа, аҡылды эшкә егергә мәжбүр итә.

 Эш барышында төрлө тикшеренеү ысулдарын файҙа­ланырға тура килә: электр кардиограммаһы, йөрәк ультратауыш аппараты, тәүлек дауамында ЭКГ ярҙамында йөрәк эшмәкәрлеген өҙлөкһөҙ күҙәтеү, ҡан тамырҙарын дуплекслы сканерлау һәм башҡа ғәмәлдәр… Теүәл диагноз ҡуйыу өсөн операция өҫтәленә хирург менән бергә киләбеҙ. Йөрәк тәңгәленә ҡуйылған электродтар менән сирҙе ҡуҙғытып, пациентты тап нимә борсоуын асыҡлайбыҙ. Мәҫәлән, ауырыуҙың йөрәк тәңгәлендә аңлашылмаған ауыртыу барлыҡҡа килһә йәки кинәт башы әйләнһә, аңын юғалтһа, функциональ диагностика табибы был хәлдең сәбәбен асыҡларға, дауалаусы табипҡа ярҙамға килергә тейеш.

 

– Тимәк, функциональ диагностика табибы пациентты дарыуҙар менән дауаламай инде?

– Эйе, был белгеслек дауалау тәғәйенләүҙе күҙ уңында тотмай, ә ауырыуҙы профессиональ кимәлдә тикшереү һөҙөмтәһендә дауалаусы табипҡа дауалау планын билдәләү өсөн дөрөҫ диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Минең эшмә­кәрлегемә, әҙерлегемә, яуаплы мөнәсәбәтемә кешенең ғүмере, тормош сифаты бәйләнгәнен яҡшы аңлайым. Был яратҡан профессияма төрлө медицина учреждениеларында эшләп, тәжрибә туплап килдем. Өҫтәмә уҡыу, әҙерлек курстарын үттем. Әлегә тиклем һөнәремде һаман да өйрәнеүҙе дауам итәм, күп уҡыйым, медицина техникаһын көйләргә, уның нескәлектәрен аңларға тырышам.

 

– Алина Рамир ҡыҙы, функциональ диагностика табибы менән ультратауыш диагностика табибы араһында ниндәй айырма бар һуң?

– Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың маҡсаты һәм бурыстары бик яҡын. Бер-береһен тулыландырып киләләр. Мәҫәлән, мин па­циенттың йөрәген тикшергәндә ҡайһы саҡта ультратауыш диаг­нос­тикаһы буйынса бел­гестәрҙән минең уйымды раҫлауҙарын йәки кире ҡағыуҙарын һорайым. Етди айырманың береһе шундалыр, ультратауыш белгестәре нигеҙҙә ағзаларҙағы структура үҙгәреш­тәрен асыҡлай, ә мин, мәҫәлән, йөрәктә биоэлектрик потенциал­дарҙың үткәреүсәнлеген ҡарай алам, йәғни уның функциональ үҙенсәлектәрен.

 

– Ә һеҙҙең һөнәрегеҙгә ихтыяж ҙурмы? Дауалаусы табиптар һеҙгә ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итәме?

– Эйе, йыш ҡына кәңәш­ләшергә тура килә. Мәҫәлән, пациент күкрәгендә ниндәйҙер аңла­шылмаған ауыртыу барлыҡҡа килеүенә зарлана. Уны миңә йөрәк эше параметрҙарын асыҡ­лау өсөн ебәрәләр. Кеше ҡапыл аңын юғалтҡанда неврологка был хәлде асыҡларға кәрәк, баш мейеһендә ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуымы икән, әллә башҡа сәбәбе бармы? Ошо сетерекле мәлдәрҙе асыҡламай тороп, ауырыуҙы дауалап булмай.

 

– Ә пациенттар уларҙы ни өсөн функциональ диагностика табибы тикшерергә тейешлеген аңлап ҡабул итәме?

– Хәҙер күптәр үҙҙәренең һаулығын хәстәрләү, нығытыу, тикшереү менән ныҡлап шөғөлләнә, яңы мәғлүмәт менән даими танышып бара. Хатта ҡайһы саҡта артыҡ әүҙемлек күрһәткәндәр ҙә осрай, бәғзеләрендә сәләмәтлектәре өсөн хәүефләнеү тойғоһо көслө. “Һеҙҙең тикшереү һөҙөмтәһе яҡшы, бөтәһе лә нормала, тыныс йәшәгеҙ”, тип тынысландырыуға ҡарамаҫтан, ул күп тә үтмәй тағы ла килеп етә... Хәйер, был – пациенттың хоҡуғы. Минең бурыс билдәле – уның хәл-торошон тикшереү, организм ағзаларының эшмәкәрлеген баһалау.

 

– Барыҫ йылы хакимлыҡты үҙ ҡулына алды. Астрологтар һеҙгә нимә вәғәҙә итә?

– Йыл еңелдән булмаҫ, тәүәк­кәлләргә һәм алға барырға кәрәк. Һәр йыл кешегә тормошоңдо яҡшыртыу өсөн яңы мөмкинлек бирә бит, бары тулыһынса файҙаланырға ашыҡ! Минең кеүек Ҡуҙы йондоҙлоғонда тыуғандар өсөн мөһим осор башлана, барыһы ла яҡшы булырына өмөтләнәм.

 

– Һеҙҙең кеүек һәр кемгә эскерһеҙ ярҙам итергә әҙер торған, пациенттарын ихтирам иткән, аҡ халатына тап төшөрмәгән бөтә табиптарға рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең! Барыҫ йылы ғаиләгеҙгә байлыҡ-муллыҡ, көтөлмәгән уңыштар килтерһен, иң мөһиме, һау булайыҡ.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас