

2021 йылдың 19 октябрендә Өфөнөң тарихи үҙәгендә “Йәшлек Хаус” йәштәр йорто асылғайны. Уны асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, ошондай үҙәк ойоштороу тураһында һүҙ Радий Хәбировтың ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуында ла барғайны. 2020 йылдың июнендә Йәштәр көнөнә арналған “Беҙ бергә” фестивалендә Башҡортостан Башлығы был объектты урынлаштырыу өсөн Өфөнөң тарихи үҙәгендә – Пушкин урамында бина һайлауҙары тураһында хәбәр иткәйне. Элегерәк унда Башҡортостан таможняһы урынлашҡан була.
Майҙаны 1 500 квадрат метрҙан ашыулыҡ был киңлек Башҡортостан йәштәрен һәм ирекмәндәрен йәлеп итә, республикалағы йәштәр хәрәкәттәрен берләштерә. Унда Рәсәй студент отрядтары һәм Йәштәр союзы, КВН, Йәш яҡташтар ассоциацияһы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Юнармия, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте, Башҡортостан пионерҙары, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы”, Йәш ғалимдар союзы, “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге, “Лиза Алерт” эҙләү ойошмаһы урын алған, эш һәм ижад шарттары тыуҙырылған.
Бинаны асыу тантанаһынан һуң, Радий Хәбиров йәштәр йортон ҡарап сыҡты һәм йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары менән уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышҡайны.
– Һеҙҙе өй туйы менән ҡотлайым. Йәштәрҙең бергә йыйылып, идеяларҙы, проекттарҙы тикшереү өсөн үҙ урыны булыуын күптән теләй инек. Бер йыл элек ошо бинаны асырға ҡарар иттек, сөнки был киләсәккә ысын инвестицияны тәшкил итә. Хәҙер эш һеҙҙә. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына эште иртәнән алып кискә тиклем тормош ҡайнап торорлоҡ итеп ойошторорға кәрәк, – тигәйне Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа йәштәр бинаның әлегә буш торған һәм ремонт талап ителгән подвалын тәртипкә килтерергә тәҡдим иткәйне.
– Подвалдың майҙаны ярайһы ҙур – 400 квадрат метр. Минеңсә, унда иркенләп аралашыу, байрамдар, концерттар зонаһы булырға тейеш. Шуға күрә, әлбиттә, сәхнә лә, репетициялар залы ла буласаҡ. Ҡапҡылап алыу һәм ҡәһүә эсеү өсөн ҙур булмаған кафе ла кәрәк, – тигәйне Радий Хәбиров аралашыу барышында.
Ошо көндәрҙә Йәштәр йортонда тағы ла бер киңлектең асылыуы Яңы йылға бүләк булды.
– Беҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ, Йәштәр йортоноң подвалын төҙөкләндерҙек һәм унда яңы майҙансыҡ астыҡ, – тип яҙып сыҡты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Хәҙер бында телевидение һәм тауыш яҙҙырыу студияһы, шулай уҡ сығыштар өсөн зал барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, йәштәрҙе күпләп йәлеп итеү үҙәге Нефтекамала бар, республикала ошондай үҙәктәр асыу буйынса эш артабан да дауам итәсәк.
Фото: bashinform.ru/news/social/2021-10-19
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/social/2021-10-19