Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 14:30

Эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә

Өфө райондарының коммуналь хужалыҡтары граждандарҙан автомобилдәрен юл ситендә ҡалдырмауҙы һорай - техника эшкә ҡамасаулай.

Эш тәүлек әйләнәһенә дауам итәЭш тәүлек әйләнәһенә дауам итә
Эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә

Баш ҡала райондарындағы коммуналь хеҙмәттәр ҡарға ҡаршы көрәште дауам итә. Буран, көслө ҡар яуыуы уларға мәшәҡәт өҫтәй. Был көндәрҙә коммуналь хеҙмәттәр ялһыҙ эшләй тиерлек.

Өфөнөң Дим районында торлаҡ хужалығы идаралығынан 53 урам һепереүсе, муниципаль бюджет учреждениеһынан 15, шәхси идарасы компаниянан йәнә 42 кеше урамдарҙы, ихаталарҙы, туҡталыштарҙы, тротуарҙарҙы, туҡталҡаларҙы башҡа йәмәғәт биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға сыҡҡан.

Орджоникидзе районында эшкә 26 берәмек техника, 14 эшсе йәлеп ителгән. Бер көн эсендә 700 кубометрҙан ашыу ҡар ситкә ташылған. Ихаталарҙа ла махсус техника ярҙамында комплекслы эш ойошторолған. Йорттарҙың ҡыйығы ла ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыла.

Баш ҡаланың Совет районындағы торлаҡ хужалығы идаралығы ихаталарҙы тәртипкә килтерә. Бында ла ҡарҙан таҙартыу техникаһы эшкә әүҙем йәлеп ителгән.

Октябрь районында урамдарҙы һәм ихаталарҙы йыйыштырыу тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, ике сменала дауам итә. 59 берәмек коммуналь техника урамдарҙы ҡарҙан таҙарта. Төп транспорт магистралдәре, кварталдар араһы, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, йәйәүлеләр юлдары, тротуарҙар айырым контролгә алынған. Йорт яны биләмәләрен 44 берәмек техника, 200-гә яҡын урам һепереүсе тәртипкә килтерә. Юлдың проблемалы участкалары боҙға ҡаршы матдәләр менән эшкәртелә.

Өфөнөң Ленин районында ла ҡарҙан таҙартыу йәһәтенән эш гөрләй. Уҙған төндә Ленин, Коммунистик, Цюрупа урамдарынан ҡар ситкә сығарылған. Районды төҙөкләндереү хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә тәбиғәт һынауына ҡаршы көрәшә.

Баш ҡаланың Киров районын төҙөкләндереү хеҙмәте лә биләмәләрҙе ҡарҙан таҙарта. Район биләмәһендә был эшкә өс тиҫтә берәмек махсус техника, коммуналь хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән.

Өфө райондарының коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан автомобилдәрен юл ситендә ҡалдырмауҙарын һорай - техника эшкә ҡамасаулай.

Фотолар баш ҡала райондарының социаль селтәрҙәге сәхифәләренән алынды.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас