Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 15:00

Иҫке Мусала барыһы ла быймалы!

Был инде күптән уларҙа матур йолаға әүерелгән.

Иҫке Мусала барыһы ла быймалы!Иҫке Мусала барыһы ла быймалы!
Иҫке Мусала барыһы ла быймалы!

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса халҡы ошо көндәрҙә күркәм сараға йыйылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башланғысы менән унда “Быйма байрамы” уҙғарылды.

Әйткәндәй, Мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған байрам ауылда күптән инде матур йолаға әүерелгән.

Сараны үткәреүселәр быйманың барлыҡҡа килеү тарихы, уның үҙенсәлектәре, файҙаһы тураһында һөйләне. Байрамға килгәндәрҙең күбеһе быйма кейгән ине. Ауыл халҡы, ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн был көн төрлө бәйгеләр, спорт ярыштары үткәрелде, күңел асыу саралары ойошторолдо. Интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашып, һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндәрҙе лә бүләктәр көтә ине.

Ә мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда быйма сауҙаһы гөрләне. Һәр кем күңеленә ятҡан йылы аяҡ кейеме һатып алып ҡыуанды. Бында шулай уҡ быйма төпләүселәр ҙә килгәйне.

Ҡунаҡтар өсөн байрам табыны әҙерләнеләр. Һыуыҡта ҡайнар сәй менән майлы ҡоймаҡтан да тәмлерәк нимә бар икән? “Быйма байрамы” һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Фото: vk.com/club68696011

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас