Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 14:28

“Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ”

Һарғайҙа берҙәм, тырыш халыҡ йәшәй.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Был ауылда тәртипле, берҙәм халыҡ йәшәүе тураһында ишеткәнебеҙ булһа ла, бығаса бер ҙә юл төшмәне. Конкурста ҡатнашыуҙары хаҡында белгәс, унда йәшәгән халыҡтың көнитмеше менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында ошо төбәккә юл тоттоҡ.

 

Матур йәшәү – үҙе батырлыҡ

 

Һарғайҙың активисы, һүнеп барған ауылға йән өрөүсе Фәрүр ағай Вәлитовҡа килеү маҡсаты­быҙҙы белдереп, телефон аша һөйләшкәндә: “Айырым кемделер тәҡдим итмәйем, беҙҙә барыһы ла егәрле, етеш йәшәй, һәр береһе һөнәрле. Үҙегеҙ теләгәнен яҙырһығыҙ”, – тигәс, күңелдә бер аҙ икеләнеү булһа ла, ауылға етәрәк был тойғолар юҡҡа сыҡты. Иҫәкәй яғынан Һарғайға боролоуға бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙың скандинав таяҡтары менән китеп барыуын күргәс тә, улар янында туҡталдыҡ.

Әңгәмәселәрем араһында күпселекте хаҡлы ялдағылар тәшкил итә, йәшерәктәре лә бар.

– Хәҙер ныҡлы өс йыл ошолай шөғөлләнәбеҙ. Тәүҙә биш-алты кеше генә инек, хәҙер ундан ашыубыҙ. Көн һайын биш километрлап юл үтәбеҙ. Ауыл эсендә лә йөрөйбөҙ, – тип һөйләне үҙҙәренең сәләмәтлегенә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙ.

Гүзәл заттар менән хушлашып, ауыл башына килеп етеүгә, геүләп шыуып йөрөгән саңғысыларҙы күреп, йәнә туҡталдыҡ. Бәләкәй ге­нә ауылдан саңғыны үҙ итеүсе­ләрҙең шулай күп булыуы ғәжәп­ләндерҙе. Улар араһында ауыл мәсетенең имам-хатибы Венер Сәлимовтың булыуы ихтира­мыбыҙҙы арттырҙы. Спорт һарғай­ҙар өсөн ят күренеш түгел икән. “Йәй ваҡыт эләкмәһә лә, ҡышын мал ҡарағас, кемдер эшкә китә, хаҡлы ялдағылар менән ошолай саңғыла шыуырға сығабыҙ. Тау-урман яғына беҙҙең саңғы юлы ла һуҙылған”, – тине улар.

Рәүҙәк йылғаһы туңыу менән каток эшләп ҡуйғандар. Каникулда унда балалар шыуып кинәнә. Был да йыл һайын ойошторола.

Ауыл башындағы волейбол, футбол уйнау өсөн майҙансыҡ та –  халыҡтың яратҡан урыны. “Унда элек беҙҙең атайҙар спорт менән шөғөлләнгән. Үҙебеҙ ҙә шунда футбол, волейбол уйнап үҫтек. Киләсәктә заманса итеп ҙур спорт майҙансығы булдырырға ине”, – тип ниәттәрен дә әйтеп алды әңгәмәселәрем. Шуға һарғайҙарҙың спортта әүҙем булыуы ла ғәжәп түгел. Үткән аҙнала ғына Маҡарға мини-футбол буйынса ярышҡа барып ҡайтҡандар, унан алда волейбол уйыны ла бик сәмле үткән. Спортта ғына түгел, үҙҙәрендә клуб булмаһа ла, йыр-моңға дәртле халыҡ йәшәй бында. Әсәйҙәр көнө уңайынан Маҡарға барып концерт күрһәткәндәр.

Спорт, физкультура тән сәлә­мәт­леге өсөн мөһим булһа, дин кү­ңел таҙалығы өсөн кәрәк. Бер нисә йыл элек халыҡ тырышлығы менән Иман йорто һалынған. Ул хәҙер ауылдың ҡотон-бәрәкәтен арттырып, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.

– Иманлы булып, матур итеп йә­шәргә ынтылырға кәрәк. Әҙәп кешенең ғүмерен оҙонайта. Ауылы­быҙҙа халыҡ йома намаҙҙарына йө­рөй, ғәйет байрамдары үтә, са­быйҙарына исем ҡуштырырға ла киләләр. Пандемия ваҡытында ғына мәсеткә йөрөүселәр һүлпә­нәйҙе, ләкин был беҙҙең сәләмәт­лекте һаҡлау өсөн кәрәк ине, – тине мәсеттең имам-хатибы Венер хәҙрәт.

Мәсет эргәһенә генә балалар майҙансығы ла эшләнгән. Уның тап ошонда ҡоролоуы ла юҡҡа түгел – балалар бәләкәйҙән аҙан тауышын ишетеп үҫһен тигән теләктә башҡарылған.

 

“Һарғайҙарҙың Фәрүрҙәре бар бит!”

 

Һарғай ҙур ауыл түгел. Бында яҡынса 70 йорт иҫәпләнә, 100-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡасандыр һүнеп барған ауылдың күҙгә күренеп үҙгә­реүен, уға йән инеүен һарғайҙар Фәрүр Вәлитовтың ауылға ҡайтыуы менән бәйләй.

– Һарғай – перспективаһыҙ ауыл, бер ҡасан да бында ҡайтмаҫ­мын тип сығып киткәйнем. Иң беренсе булып Фәрүр Вәлитов ҡай­тып, ауылды күтәреүгә ҙур көс һалды. Унан уңдыҡ, тип әйтә ала­быҙ. Ысынлап та, йыш ҡына башҡа ауыл халҡынан “Һарғайҙарҙың Фәрүрҙәре бар бит!” тиеүе юҡҡа түгел. Сит ауылға барғанда урам тирәһендә сүп үләндәре үҫеп йәмһеҙләп ултырған ерҙе күрһәм: “Һеҙҙең Фәрүрегеҙ юҡмы әллә?” – тип һорап ҡуям. Ауылда ныҡлы тәртип булыуында, халыҡтың берҙәмлегендә Фәрүр Вәлитовтың әһәмиәте ҙур, – тип һөйләне бер нисә йыл элек ауылда төпләнгән Әнисә Хөсәйенова.

Һуңғы йылдарҙы алып ҡараған­да ғына ла Һарғайҙа ыңғай үҙгә­рештәр байтаҡ. Интернет үткән, “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы буйынса быйыл урамға асфальт юл һа­лынған. Күҙгә күренеп күркәм йорттар ҡалҡыуы, яңы урамдар бар­лыҡҡа килеүе лә Һарғайҙың өмөтлө киләсәген фаразлай. “Беҙҙең ауылда барыһы ла бар. Газ һәм клуб ҡына юҡ. Зәңгәр яғыулыҡ уңайлыҡтары булғанда йәштәр күберәк ҡайтыр ине”, – тигән теләктәрен белдерҙе һарғайҙар.

Халыҡ, үҙе быраулап, һыуын хәстәрләгән. Һәр йортта йылы һыу, душ, башҡа уңайлыҡтар булды­рылған. Эшһеҙ кешене күрмәҫһең. Күп балалы йәш ғаиләләр булыуы бигерәк тә шатлыҡлы. Мәҫәлән, Гөлиә менән Таһир Усмановтар бына тигән өс малай үҫтерә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай.

– Үҙем ошо ауылда тыуып үҫтем. Ситтә лә эшләргә тура килде, ләкин иң яҡшыһы Һарғайҙа икәнлеген тиҙ аңланым. Күпләп һыйыр, йылҡы малы аҫрайбыҙ. Умарталар алып, был эштең нескәлектәрен дә өйрәнә башланым. Быйыл беренсе тапҡыр үҙебеҙҙең балды тәмләнек, – тип һөйләне Таһир Хәйҙәр улы.

Һәр уңыштың нигеҙендә хеҙмәт ята. Ҙур, матур йорт, ихаталағы трактор, йөк һәм еңел машиналар – барыһы ла хужаларҙың егәрлелек билдәһе.

Балалары ла уңыштары менән шатландыра. Һәр береһенең үҙенең һәләте бар. Өлкәне Вилнур техникаға оҫта, аттар ҡарағанда ла атаһының уң ҡулы, уртансылары Айнур спортты үҙ иткән, кеселәре Тимур ҡурайҙа шәп уйнай. Әйткәндәй, Таһир Хәйҙәр улы үҙе лә оҫта йырсы һәм гармунсы.

Зөбәржәт менән Әйүп Ибәтуллиндар умарта оҫталары булып сыҡты. Улар Һарғайға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡайтып төпләнгән.

– Умартасылыҡ – бала саҡтан һеңгән шөғөл. Элек атайым да умартасы булды. Минән күреп, хәҙер улыбыҙ ҙа ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына. Уның да ауылға ҡай­тып йорт һалыу дәрте бар. Умар­тасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн беҙҙә шарттар уңайлы. Йүкәлек күп. Үҙебеҙҙән артҡанын баҙарҙа һатып торған юҡ, таныштар алып бөтә, етмәй ҙә ҡала әле ул, – тип һөйләне Әйүп Мөхәмәт улы.

 

Ауылды тырыштар күтәрә

 

Ҡайһы йортҡа инһәгеҙ ҙә, донъялары ҡарап торорлоҡ, тиеүҙәре дөрөҫ булып сыҡты. “Пенсия яҡшы, барыһы ла етә, тип нисек мал да аҫрамай йәшәйек инде?” – ти һарғайҙар. Миңзилә менән Фәим Ғарифуллиндар күпләп ҡош-ҡорт, айырыуса күркә тота. Быйыл да 30-лап күркә үҫтергәндәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре 18–19 килограмға еткән.

Ауылдың йәнә бер егәрле ғаиләһе Әминә менән Ғәйзулла Усмановтарҙың донъяһын да күреп сыҡтыҡ. Улар, оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтҡандар. Был ғаилә лә ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Һөтлө кәзәләр аҫрайҙар, үҙҙәре өсөн ҡымыҙын да яһайҙар, башҡа һөт ризыҡтарын да әҙерләйҙәр. Ғәйзулла Хәйрулла улы умартасылыҡҡа ла ихлас тотонған.

– Атайымдың нигеҙен юғалт­майыҡ, тип уның өйө урынына яңы йорт төҙөнөк. Тәүҙә ҡайтып ҡына йөрөрбөҙ, тип башлаһаҡ та, ожмах кеүек матур урында ултырған ауылыбыҙҙан китә алманыҡ, – ти Усмановтар.

Әйткәндәй, Ғәйзулла ағай – ауылдың старостаһы ла. 70 йәштә булһа ла, саңғыла йәшерәк­тәрҙән ҡалышмай йөрөй әле ул.

Ауыл кешеһе йәйге осорҙа баш күтәрмәй эшләһә лә, ҡышын бер аҙ иркенләп тын алырға форсат тыуа. Шул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар, бәйләм тотоп, бер-береһенә кис ултырыуға йөрөй. Һарғайҙа бындай кисәләр йыр-моң менән, йомаҡтар ҡойоп бик күңелле үтә.

Шуғалырмы бәйләм оҫталары ла байтаҡ был ауылда. Уларҙың береһе Һарғай килене Гөлгөнә Ситдиҡова менән таныштыҡ.

– Үҙемде белә-белгәндән бәй­ләйем. Өләсәйем дә оҫта бәйләй торғайны. Районда уҙғарылған “Торатау мираҫы” фестивалендә ҡул эштәрем менән икенсе урынды яуланым. Шулай төрлө конкурста ҡатнашып торам, – тине Гөлгөнә.

Ултырғыс япмаһы, тапочка, сувенирҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Һәр береһе үҙенсә биҙәк менән күңел һалып эшләнгән. Гөлгөнәнең эштәренә һорау ҙа ҙур. Яңы йылға бүләккә тип бәйләтеүселәр ҙә аҙ түгел, шуға күрә кистәрен ваҡыт эләгеү менән бәйләм оҫтаһы тиҙерәк ҡулына энәләрен ала.

Ауылды егәрле, тырыш кеше­ләре күтәрә. Улар күберәк булған һайын, ауылдың да көс-ҡеүәте арта.

 

“Ҡатынына һәйкәл ҡуйырлыҡ”

 

Һарғай тураһында мәҡәлә яҙып, ғүмер буйы ауылым тип йәшәгән Фәрүр Вәлитов тураһында әйтмәү мөмкин түгел. “Үҙемде генә уйлап йә­шәй алмайым, ауылым минең өсөн һәр саҡ төп урында”, – ти ул. Үҙен күрһәтергә бик яратмаһа ла, унан тыуған ауылына ҡайтып эш баш­лаған мәлдәрен һөйләүен һо­раныҡ. Ҡатыны Дилара Сәлим­йән ҡыҙы менән өйләнешеп, ике бала­лары донъяға килгәс, 1991 йылда Һарғайға ҡайта улар. Фәрүр Мансур улы районда беренсе булып крәҫ­тиән-фермер хужалығы ойоштора. Фермер булып китә тип әйтеүе генә еңел. Эргәһендә уны аң­лаған, таянысы була белгән ҡа­тыны барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңер­гә ярҙам итә. “Ҡатыныма һәй­кәл ҡуйырлыҡ”, – ти Фәрүр ағай бө­гөн шул йылдарҙы хәтергә алғанда.

Яйлап фермер хужалығы үҫә, трактор, йөк машинаһы алыуға мөм­кинлек тыуа. Күпмелер ваҡыттан ҙур итеп йорт һалалар. Һарғайҙа өс балалары үҫеп буй еткерә. Хәҙер инде уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡорған.

Бынан бер нисә йыл элек Фәрүр Вәлитов “Һарғай” ауыл хужалығы кооперативын төҙөп ебәргән. Уның эсенә крәҫтиән-фермер хужалығы ла, ауылдағы шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа инә. Әлеге көндә улар мал, бигерәк тә йылҡы малын үрсетеү йүнәлешен маҡсат итеп алған. Шул уҡ ваҡытта Фәрүр Мансур улы ағас эшкәртеү буйынса ла эш алып барырға өлгөрә. Ауыр­лыҡтар алдында һынып ҡалмауы, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә белеүе арҡаһында әллә күпме ауылдашын эшле иткән замандашыбыҙ.

Йәнә лә бер изге эш башҡара ул. Милли эсемлегебеҙ буҙа етеш­терә башлауы айыҡлыҡты пропа­гандалаған бер ғәмәл булып тора. Фәрүр Вәлитов, махсус һауыттарға, этикеткаларға заказ биреп, был шөғөлөн дә рәсмиләштергән.

– Күршеләге еңгә менән Әбйә­лилгә барып, буҙа яһарға өйрәнеп ҡайттыҡ та эшкә керештек. Әле уны заказ буйынса әҙерләйбеҙ. Һабантуй кеүек күләмле сараларҙа буҙаға һорау һәр ваҡыт ҙур. Был эсем­лекте балаларыбыҙ ҙа оҡ­шата. Яңы ғына ейәнсәрем “Өлә­сәй, буҙа бармы ул?” тип һорап йөрөй ине, – ти йылмайып Дилара апай.

Үҙебеҙ ниндәй өлгө күрһәтһәк, йәш быуын шуны һеңдереп үҫә. Өҫтәлебеҙҙә милли эсемлегебеҙ ултырһа, балаларыбыҙ ҙа уны белер, яратып эсер. Ошо рәүешле онотолоп барған милли ризыҡ­тарҙың мәртәбәһе күтәрелә.

– Беҙҙең ауыл күптән инде айыҡ тормош алып бара. Эскән кеше булмағас, суррогат алкоголь һатыу нөктәләре лә юҡ. Ауылыбыҙҙың ҡотон ебәреп, эсеп йөрөүселәрҙе лә күрмәҫһегеҙ, шуға күрә беҙ “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүгә лайыҡлы, – ти һарғайҙар.

Һүҙҙә генә түгел, үҙҙәренең тормош рәүеше, ғәмәлдәре менән быны туҡтауһыҙ иҫбатлап йәшәй Һарғай халҡы. Район кимәлендә уҙғарылған төҙөкләндереү буйынса конкурста ауылдың йыл һайын алдынғы урындарҙы яулауында ла алға ынтылыш күренә.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

 

Ишембай районы.

Читайте нас