Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 14:54

Ниндәй төҫтә һин, бәхет?

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың да бәхетле булғыһы килә. Тик бәхеттең нимә икәнлеген аңлауы ғына ҡыйын... Был һорауға беҙгә тиклем дә яуап эҙләгәндәр, беҙҙән һуң да күп булыр әле.

Кемгәлер бәхет мул, етеш, аҡсалы тормошта күренер, икенсеһенә – вазифалы, таныш-тоношло эштәлер. Һаулығына туйынмаған бәхетте – сәләмәтлектә, етешһеҙ йәшәгән – аҡсала, яҡынын юғалтҡан – туғандар солғауында, балаһыҙ интеккән иһә шул тиклем танһыҡ бәпәй еҫендә күрер бәхетте.

Тик бәхетте ҡайҙандыр ситтән кемдер берәү алып килеп тотторор, тип уйлағандар ныҡ яңылыша. Мин дә оҙаҡ йылдар бәхет эҙләнем. Бәләкәйерәк саҡта мәктәпте тамамлап, өйҙән ысҡынһам, бәхетле булырмын кеүек тойола торғайны. Артабан тиҙерәк уҡып бөтөп, ҡулға диплом алып, үҙаллы эш башлаһам, минән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ төҫлө ине.

Шунан “бәхет – үҙ тиңең менән парлашып йәшәүҙәлер” тип уйлап кейәүгә сыҡтым. Балалар өсөн йәшәү тормоштоң төп мәғәнәһе кеүек тойолдо, бәләкәй генә саҡтан һәр береһенең үҙ шөғөлө булһын тип, бөтә көсөмдө уларға һалдым, ижади һәләттәрен асырға тырыштым.

Йәш сағымда бәхет төҫөн яратҡан эшемдә күрҙем. Балаларымдың бәләкәй сағын да йүнләп күрмәйенсә, башкөллө эшкә сумып, янып-ярһып, дәртләнеп, гөрләтеп эшләгән йылдарым булды. Бәхетемдең бер ҡанаты яҙышыу ине. Шул саҡтарҙағы район, республика гәзит-журналдарында мәҡәлә, шиғыр, артабан хикәйәләрем йыш-йыш баҫылып, ижади бәйгеләрҙә урындар алып торҙо.

Йәшем артҡан һайын бәхет төҫө лә үҙгәрә барҙы. Бәргеләнеп, өҙгөләнеп мин һаман да уны эҙләүҙе дауам иттем. Эшемде алыштырғас, тоттом бәхет ҡойроғон, тип шатландым. Яңы эш яңы уңыштар алып килде. Хәҙер инде бәхетте үҙемдең кешеләргә кәрәклегемдә, уларға күберәк файҙа килтерә алыуымда, тип инандым. Был мәлем дә үтте.

Шунан күңел тыныслығы эҙләй башланым. Бәхет үҙ-үҙең менән гармонияла, тип ышандым. Экзотик Азия илдәренә сәйәхәт итеүҙәр, донъя күреү, сит ерҙәр гиҙеү шуға инандырҙы.

Эй был донъя! Ана шулай, бер нисә минутлыҡ бәхет тойғоһо кешене ғүмере буйы әүрәтеп, ваҡ-төйәк менән алдаштырып, үҙе артынан утҡа ла, һыуға ла инергә мәжбүр итеп йәшәтә  икән дә һуң! Гел генә үҙеңде бәхетле тойоп булмай икәнен аңлар йәшкә еттем инде...

Йәшәү – үҙе бәхет. Көн дә уянып, бөтә ағзаларың да теүәл булып, балаларың, яҡын туғандарың, дуҫ-иштәреңдең иҫән-һау икәнен белеү, яныңда иптәш булырҙай ирең барлығы. Уның менән сөкөрләшеп сәй эсеү, ваҡ-төйәк нәмәләргә бәхәсләшеп, хатта үсегеп китеүҙәр, һөйләшмәй йөрөп үс алыуың да бәхет ул.

Бөгөн, хәҙер, ошо минутта йәшәү – үҙе бәхет. Үткәндәр үтеп киткән, үҙгәртеп булмай. Тик ҡасандыр яңылыш яһаған аҙымдарыбыҙ, юл ҡуйған хаталарыбыҙ өсөн ғәфү үтенә, тәүбәгә килә генә алабыҙ. Иртәгәһе көн әле тыумаған, йәшәлмәгән. Хыялланырға, маҡсаттар ҡуйырға ғына мөмкинлек бар.

Шулай булғас, бөгөн, хәҙер, ошо минутта һин бәхетле була алаһың! Йылмай, көл, ила аҡырып, һағышлан, үсек, йырлап ебәр, матур көй ишетһәң, тыпырлатып бейеп ал, ашағың килгәнде аша, эскең килгәнде эс, алғың килгәнде алып кей, иҫкеләрен ташлап бар, йәлләмә. Туғандарыңа шылтырат, дуҫтарыңды барып күр, дошмандарыңды, эстән генә ғәфү үтенеп, үҙеңдән ебәр. Кешеләргә бәләкәй генә булһа ла изгелек ҡыл, файҙалы бул. Йәшә!

Бәхет – күп ҡырлы гәлсәр ул! Бөгөн бер ҡыры мең-мең төҫтәр менән балҡый, иртәгә – икенсе ҡыры! Бөгөн йәшә. Хәҙер йәшә. Ошо минутта йәшә. Бәхетле бул, дуҫым!

 

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Читайте нас