

Ҡышҡы һабантуйҙы күргәнегеҙ бармы? Беҙ, Күгәрсен районының Сәлих ауылы халҡы, “Айыҡ ауыл” проектына ярашлы, тап шундай үҙенсәлекле байрам ойошторҙоҡ.
Байрамда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, уның финанс, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Азамат Сәйфуллин, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов, хакимиәттең йәштәр бүлеге начальнигы Артур Әбдрәхимов, Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова ҡатнашты.
Сәлих ауылында бик әүҙем, тырыш, егәрле, сәмле халыҡ йәшәй. Байрамға сит тарафтарҙан яҡташтар ҙа ҡайтты. Саф һауала ойошторолған спорт ярыштарында олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты. Еңеүселәр бүләктәр алып ҡыуанды, ә беҙ уларға ҡарап һоҡландыҡ. Дәртле йырҙар, бейеүҙәр, уйын-көлкө менән үрелеп барған сара барыһына ла оҡшаны.
Исем ауылынан килгән ағинәйҙәр байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Улар менән беҙҙең ауыл килендәре боронғо уйынды – “Аҡ тирәк, күк тирәк”те уйнаны. Күңелле уйындарҙан дәрт алып, ауыл оҫталарының бай күргәҙмәһенә һоҡланып, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙә борҡоп ултырған самауырҙан ҡайнар сәй эсеп таралышты ауыл халҡы. Шул уҡ ваҡытта гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо.
Ауылыбыҙҙа спиртлы эсемлек һатыусылар юҡ. Үҫеп килгән йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүешен өлгө итеп ҡуйып, эскелеккә ҡаршы саралар үткәреүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Клара БАЙҒАҘАҠОВА.
Күгәрсен районы.