

1990 йылдың ноябрендә тәүге тапҡыр Германияға барҙым. ГДР менән ГФР-ҙың бергә ҡушылып, Берлин стенаһы емерелеүгә күп ваҡыт та үтмәгән аңлайышһыҙыраҡ осор ине. Кемдер бер халыҡты икегә айырып торған стенаның, ниһайәт, емерелеүенә ҡыуана, кемдер, улары инде социализм идеяларына ныҡ бирелгән немецтар, бошона, иртәгәһе көндө уйлап борсола.
Яҡындарым, Инге, Һельга һәм Петер, икенсе төркөмгә ҡарай, һәр хәлдә, миңә шулай тойола.
Иҫтә ҡалды…
Һалле округы менән Башҡортостан үҙ-ара аралашып, төрлө тармаҡтарҙа ярыш йәйелдереп йәшәгән, ике аралағы сиктәрҙе үтеү өсөн бығаса виза ла кәрәкмәгән. Әүәлге элекке ғәҙәт буйынса, Берлиндың ГДР өлөшөнә осоусыларҙың береһенә лә Мәскәүҙә виза эшләмәнеләр, шул иҫәптән миңә лә. Берлинға барып төштөк.
Беҙҙе таможня аша ла үткәрмәйенсә, ян-яҡтан кәртәләнгән бер урынға индереп бикләнеләр. Мине немец журналисы һәм тарихсы-яҙыусы Петер Трог ҡаршыларға тейеш ине. Телеграмма һуҡтым, ә ул күренмәй. Ул арала беҙгә: “Бөтәгеҙҙе лә кире ҡайтарабыҙ, был һеҙгә ГДР түгел”, – тип белдерҙеләр. Күмәкбеҙ, арала элекке ГДР-ҙа хеҙмәт иткән улдарын күрергә китеп барған ирле-ҡатынлы рус кешеләре лә бар. Беҙҙең ғәскәрҙәр илгә ҡайтып бөтмәгәйне әле. Германия граждандарын айырып, сығарып ебәрҙеләр. Документтарҙы тикшерәләр, минең сират та етеп килә. Шул саҡ бөтә аэропортҡа: “Гөлшат!” – тип ҡысҡырған тауыш ишетелә. Күрәм: беҙ бикләнгән араға Петер йүгереп килде. Телеграмма биреүен-биргәнмен, ә аэропорттың исемен күрһәтмәгәнмен, имеш. Берлиндағы бөтә аэропорттарҙы урап сығып, иң һуңғыһында мине килеп таптылар. Таможня хеҙмәткәренә аңлатты, мине сығарҙылар, шул саҡ бергә килеүселәр минән үтенә башланы, әйтегеҙ, миңә ярҙам итһен, тип. Петер нишләй алһын инде, немецтар ҡанун боҙа йәки законға ҡаршы бара торған кешеләр түгел. Һалдат улдарын күрергә өмөтләнеп килгән ата-әсә бигерәк тә йәл булды…
Шулай барып төштөм Германияға.
– Бер турист та булмаған урындарҙы күрһәтәбеҙ, – тигәйне дуҫтарым, ысынлап та, ҡайҙа ғына булманыҡ, ниндәй генә ҡалаларға барманыҡ. Ғүмергә хәтерҙә һаҡланырлыҡ иҫтәлекле ваҡиғалар күп булды. Инга менән уның апаһы Һельганы тәүгә күреүем ине, улар менән туғанлашып өлгөрҙөк. Был хаҡта матбуғатта яҙып сыҡҡайным инде. Бөгөнгө маҡсатым иһә икенсе: иҫтә ҡалған Яңы йыл.
Петер минең ике аҙнаға бирелгән документтарымды ҡайҙалыр барып оҙайтып ҡайтты. 30 декабргә билет алдыҡ.
“Юҡ, ул башҡорт рәссамы!..”
Европала, айырым алғанда, Германияла төп байрам – Раштыуа, Яңы йылды унда ғәҙәти генә ҡаршылайҙар. Раштыуаны беҙҙәге кеүек ғинуарҙа түгел, 24 декабрҙә билдәләйҙәр. Бер ай элек тәҙрәләргә матур гирляндалар эленә, ҡала-ауылдар ысын байрам төҫө ала. Ай дауамында Нюрнберг ҡалаһында Халыҡ-ара оло йәрминкә ойошторола. Нюрнберг фашизм башлыҡтарын хөкөм иткән ҡала икәнлеген бөтәбеҙ ҙә белә. Ул Баварияла урынлашҡан һәм Һалленан бик алыҫ.
21 декабрь көнө махсус автобусҡа ултырып Баварияға юл алдыҡ. Мине был сәфәрҙә ғәжәпләндергән һәм һоҡландырған тәүге күренеш водителдең итәғәтлелеге булды. Ул һәр пассажирға ултырырға ярҙам итте, һуңынан, йәрминкәнән ҡайтып төшкәс, һәр ҡайһыбыҙға автобустан сығырға булышты.
Беҙҙең транспортта водитель музыканы шарылдатып ҡуйырға ярата. Унда, беренсенән, бөтәһенең күңеленә ятырҙай моңло йырҙар һайланған ине, уны талғын ғына тауышҡа ҡуйҙылар. Минең өсөн хатта Мәскәү, беҙҙең ил хаҡында немец телендә йырҙар, ә русса “Подмосковные вечера” ла яңғыраны. Водитель эргәһенә барып, “Данке шон” тиеүҙән бүтән сара ҡалманы.
Нюрнберг – сағыу ҡала. Унда төрөктәр күп йәшәй, үҙҙәренең милли кейемдәрендә йөрөй. Йәрминкәгә бөтә илдәрҙән тиерлек килгәндәр, Рәсәй генә юҡ ине. Беҙҙең илгә тәғәйенләнгән урын буш, унда сусҡа сүрәтендә ҙур һыра мискәһе генә тора.
Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланыр алдынан был ҡаланы Америка самолеттары ер менән тигеҙләгән. Әммә егәрле немецтар өлкәндәрҙең хәтерләүҙәре, элекке фоторәсемдәр һәм документтар буйынса Нюрнбергты әүәлге хәленә ҡайтарған.
Йәрминкәлә байтаҡ йөрөгәндән һуң Инга, Петер һәм мин ҡаланы ҡарарға сыҡтыҡ. Урамдан китеп барабыҙ шулай, Петер: “Гөлшат, ҡара, бында рус рәссамы эшләй!” – тип һөйөнсөләй. Күрәм: ысындан да “рус рәссамы” тигән яҙыу, әммә ул – Рәшит Хәбиров. Мин оҙаҡ уйлап тормаҫтан: “Юҡ, ул башҡорт рәссамы!” – тинем. Петер уғата ҡыуанып китте, керәбеҙ, танышабыҙ, тип. Ҡойолоп төштөм, асылда рәссамды белмәйем, бәлки, ул бүтән мосолман милләтенәндер?
Оҫтаханаға барып индек. Беҙҙе ике метр буйлы ерән кеше ҡаршыланы: “Уф, ҡайһылай оятҡа ҡалдым, был ниндәй башҡорт булһын”, – тип уйлайым. Ғәжәпкә, ул поляк рәссамы булып сыҡты. Беҙгә “арыраҡ үтегеҙ” тине. Тәбәнәгерәк кәүҙәле башҡорт егете ҡаршыланы. Ингәс тә: “Гутен таг”, – тип сәләмләнем. “Извините, немецкий не знаю”, – ти. “Хәйерле көн!” – тиһәм, йылмайып, русса яуап бирҙе. Шул ваҡытта уҡ эштәре бик күп илдәрҙең күргәҙмәләрендә ҡуйылған танылған рәссам ине Рәшит Хәбиров. Ул мәлдә поляк дуҫында йәшәп, ижад итә ине. Беҙҙе поляк рәссамы ихлас үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы, бара алманыҡ, Рәшит менән бер аҙ һөйләшеп ултырҙыҡ та һаубуллаштыҡ. Беҙҙе автобус көтә ине.
Шул осорҙо һағынам
…Раштыуа байрамында немецтар өҫтәлгә күберәк ҡаҙ ҡуя. Бик мул әҙерләйҙәр ризыҡты, яҡын кешеләре менән генә өйҙәрендә байрам итәләр. Ғөмүмән, немец халҡы өсөн ғаилә – беренсе урында. Көндөҙ сиркәүгә баралар, кис ҡырын өҫтәл янында йыйналалар. Бүләктәр бирешәләр, төрлө төҫтәге лампалар ҡабыҙалар. Беҙҙең Раштыуа ла бик күңелле үтте. Ҡасандыр бөйөк немец композиторы Иоганн Себастьян Бах йәшәгән Кётен ҡалаһынан Һельга ла ҡунаҡҡа килде. Иртәгәһенә күмәкләшеп уға ҡунаҡҡа барҙыҡ.
Ваҡыт һиҙелмәй ҙә тиерлек үтеп китте. Ҡайтыр көн дә яҡынлашты. Петер менән Инга визаны йәнә оҙайтырға тырышып ҡараны. Улар һаман минең Германияла тороп ҡалырыма өмөтләнә ине, ләкин властар артабан ҡалырға рөхсәт бирмәне. Эшкә ҡалырға ризалашһам, визаны оҙайтып була ине, әммә юлға сығыр алдынан әсәйемдең: “Унда ҡалыр булһаң, балаларыңды бирмәйем!” – тиеүе бөтәһен дә хәл итте.
…Берлинда хушлаштыҡ. Аэропорттың үҙендә үк тәүҙә Германия сиген үтәһең, унан бер нисә метрлыҡ нейтраль зона, артынса беҙҙең ил сиге – был шартлыса, әлбиттә. Инга менән мин илашабыҙ, ниһайәт, ике сикте үтеп, “үҙебеҙҙең яҡ”ҡа сыҡтым, бер заман Петер ҡаршыма килеп баҫмаһынмы! Ошо хәл беҙҙә булһа, әллә ниндәй ғауға сығыр, әллә Трогты атып та йығырҙар ине. Закондан тайпыла белмәгән немецтар иһә Петерҙың ҡылығын аңлап ҡабул итте, күрәһең, күрмәмешкә һалыштылар, өндәшеүсе булманы.
Мәскәүгә ыңғай ғына осоп барып төштөм. Ә унда мәхшәр: ҡарлы дауыл арҡаһында самолеттар йөрөмәй. Ултырып торор урын тапмай ҡаңғыра торғас, башҡалар кеүек иҙәнгә гәзиттәр йәйеп, бер аҙ ял иттем. 31 декабрь көнө лә шулай уҙҙы. Әйберҙәр күп, Германияға бәләкәй бер сумка менән барып төшһәм, ҡайтыуға ете сумаҙан йыйылды. Яңы йылға Мәскәү ваҡыты менән ярты сәғәт ҡалғас, билеттарҙы теркәү башланды. Самолет күккә күтәрелеүгә пассажирҙар бер-береһен 1991 йыл менән ҡотлай башланы. Мин Магнитогорскиҙан Вера исемле ҡатын һәм Йылайырҙан Рәфҡәт исемле ир-егет менән йәнәш тура килгәйнем. Егет сумкаһынан шампан шарабы килтереп сығарҙы, Вера менән мин күстәнәстәребеҙҙе теҙҙек. Яңы йылға изге теләктәребеҙҙе теләнек. Самолет Магнитогорск аэропортына килеп төшкәндә, таң атырға бер нисә сәғәт кенә ҡалғайны. Вераның фатирында бер аҙ ғына ял итеп, Өфө – Сибай поезына сыҡтым. Яңы дуҫым, иптәше менән вокзалға тиклем алып барып, ауыр-ауыр сумаҙандарымды күтәрешеп, оҙатып ҡалдылар.
Был сәйәхәтемдең иң оҙон юлы Сибай вокзалынан Таусылар проспектындағы фатирыма хәтлем булды. Арыуҙың сигенә сыҡҡанмын, әйберҙәр ауыр, башҡа ваҡытта “ыһ” та итмәй йәйәү атлаған юлды автобуста үтһәм дә, юлым сикһеҙ оҙон тойолдо. Балаларымды, әсәйемде һағыныу тойғоһо хаҡында әйтеп торорға ла түгел.
…Сикһеҙ һағынам шул саҡтарҙы. Әсәйем дә, Петер менән Инга, Һельга ла юҡ донъяла, ә мин хәтирәләр менән йәшәйем…
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.