

Учалы метеостанцияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, уҙған тәүлектә районда яуым-төшөм кимәле 2,8 миллиметр тәшкил иткән (норма - 0,5 миллиметр).
Ҡала-район предприятиелары техникалары юлдарҙы таҙартыу менән мәшғүл. "Дорзеленстрой" йәмғиәтенең һигеҙ берәмек техникаһы һәм 16 хеҙмәткәре Учалы ҡалаһында һәм шәхси йорттар урынлашҡан биҫтәләрҙә, автобус туҡталыштарында ҡар менән көрәшә.
“Төҙөкләндереү” МУП-ының дүрт техникаһы, 32 хеҙмәткәре күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарын ҡарҙан таҙартыуға йәлеп ителгән.
Трассаларҙа, ауылдар араһындағы юлдарҙа ла хәлдәр ҡатмарлы. “Белорет - Учалы - Мейәс” трассаһында һәм район эсендәге юлдарҙы Учалы юл-төҙөлөш идаралығының һигеҙ берәмек техникаһы ҡарҙан таҙарта.
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе тәүлектә район биләмәһендә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.