

Бөрйән районының Кейекбай ауылына киномеханик булып эшкә килгәс тә, Сәйҙә инәй Алтыншинаға йәшәргә индерҙеләр. Инәй оло ғына, яңғыҙы йәшәй. Һыйыры, һарыҡтары, тауыҡтары бар, картуф баҡсаһы ла ҙур, иркен генә.
Кино ҡуйып ҡайтыуыма, таяғын тотоп, ҡапҡа төбөндә ҡаршы ала инәйем. Иртән тағы ҡапҡа тышына сығарып ҡуйған киноларымды ебәреү өсөн үткән-һүткән машинаны туҡтатырға тип бергә сыға. Ҡыҫҡаһы, инәй минең өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя: “Әсәйҙәрең миңә ышанып тапшырған”, – ти. Яйлап икәүләп йәшәп киттек, инәй менән бергә йорт-ҡурала эшләйем, мал ҡарайбыҙ, көндәлек бурыстарҙы башҡарабыҙ.
Иҫемдә, яңы бешкән икмәген мейестән сығарғас та: “Ҡыҙым, әйҙә чайку”, – тиер ине. Икмәген онға әүәләп, матурлап табаларға һалыр ине. Майы ла, ҡаймағы ла, ҡорото ла үҙенсә тәмле, балына ҡушып сәй эсеүебеҙ әле лә хәтерҙә. Тәүгә ҡуйы, тәмле, аҡ йүкә балын инәйемдә ауыҙ иттем. Йәшерәк сағында бал ҡорттары ла көткән икән, балдың хаҡы булмауын, бушҡа тиерлек биреүен һөйләне инәйем. Бесән мәле еткәс, инәйгә эйәреп, болонға барам, бесән сабабыҙ, һыуҙы сабынлыҡҡа күтәреп сығабыҙ, тамам шулай инәйҙең ҡыҙына әүерелдем шикелле, өйөндә йәшәгәнгә аҡса алмай башланы.
Бер йыл эшләгәс, тыуған ауылыма юл тоттом. Инәйем тағы яңғыҙы ҡалды. Өйрәнгән булғандыр инде миңә, әммә ауылда эш булғас, ҡыуанып ҡайтып киттем.
Киномеханик Миңзәлә еңгәй ялға сыҡты, өс йыл ауылымда кино күрһәттем. Ауылда рәхәт, шоферҙар Әбделмәмбәттән, 12 километр аралыҡта, кино алып ҡайталар, тағы кире сығаралар. Клуб яңы, киноаппаратура яңы, ауылда кеше клубҡа ихлас йөрөй, зал гөрләй. Айына 27 көн кино ҡуйып, планды 150 процентҡа үтәп ташлайым. Элек кино ҡуйған мәлдә яңы кинофильмдарҙы ҙур ауылдарға ғына ебәрәләр ине. Әбделмәмбәт ҙур булғас, беренсе категориялы яңы кинофильмдар ебәрелә. Шоферҙар Әбделмәмбәттән ауылға юл ыңғайы кинофильмдар алған мәлдә, яңыларын күреп ҡалһалар, тиҙ генә ауылға алып ҡайтып, миңә тапшыралар һәм кис был фильм ауыл халҡына экранда күрһәтелә, иртән иһә уны кире илтеп, Әбделмәмбәт ауылы клубы алдында шым ғына ҡалдырыла. Киноларҙы алыҫ юлда рейста йөрөгән, тәжрибәле, оҫта шофер Рафиҡ ағайым “ЗиЛ” йөк машинаһы менән ташыр ине.
Ауылда өс йыл эшләгәс, киномеханик эшкә сығырға булды, мин был турала хатымда Кейекбайҙағы әхирәтемә яҙғанмындыр, яуап итеп сәләм хаты алдым: “Сәйҙә инәй һине һораша, юҡһына. Әйҙә, кил эшкә. Беҙҙә лә киномеханик урыны буш”.
Оҙаҡ уйланып тормай, тағы Кейекбай ауылына инәйем эргәһенә эшкә килдем. Бер йыл шунда йәшәгәс, ғаилә ҡорҙом. Тормош иптәшем тураһында инәйҙең ыңғай, яҡшы фекерҙә булыуы ла роль уйнаны. Уның фекере минең өсөн мөһим ине. Инәй беҙҙе, йәш ғаиләне, баҙ кәртүге, йомортҡа кеүек аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торҙо. Картуфы бигерәк уңа ине. Һыйырына магазиндан алған ваҡ ҡына ярманан аш бешереп, көн һайын кис бер биҙрә өйрә, һарыҡ бәрәстәренә, ыуаҡ ҡына турап, картуф ултыртҡанын әле лә хәтерләп алам.
Сәйҙә инәйҙең көслө рухлы, эшһөйәр, тура һүҙле, матур, кәрәк саҡта уҫал да булыуы миңә өлгө, уның һәр эште ихласлыҡ менән башҡарыуы, бушҡа ҡул ҡаушырып, ваҡыт сарыф итмәүе һоҡландыра, бер аҙ аптырата ла ине. Уның менән бергә йәшәү миңә файҙаға ғына булды, ҡыйыулыҡ, үткерлек кеүек сифаттар унан күсте. Тормош юлымда инәйем миңә өлгө булды, әйткән һүҙҙәренә, кәңәштәренә таянып йәшәнем.
– Бал кәрт уйыны кеүек, ҡыҙым, йә отаһың, йә отолаһың. Йүкә сәскә атып та, бал бирмәгән йыл булыуы мөмкин, – тип минең бал ҡорттары менән шөғөлләнеремде белеп, алдан иҫкәрткән кеүек булды.
– Хеҙмәттән кеше үлмәй, ҡыҙым, эшләүең миңә булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн, – инәйҙең әйткән һүҙҙәре.
Һуңғы йылдарында эргәһенә инеп, хәл белешеп сыҡҡан мәлдә фатихаһын биреп ҡала ине инәйем: ҡыҙым, һиңә ризамын, тип арҡамдан һөйә торғайны...
Инәйҙең аҡҡа буялған, һыланған уҫаҡ өйө миңә яҡын, ҡәҙерле ине. Эргәһенән үткән һайын ҡарап, бергә йәшәгән саҡтарҙы иҫләр инем. Доғалар уҡыған һайын, Сәйҙә инәйемдең исемен телгә алам. Яҡшы кешеләр яҡты эҙҙәр ҡалдыра, тип һағынып иҫләргә генә ҡалды ул мәлдәр.
Миңзәлә РЫҪҠОЛОВА.
Бөрйән районы.