Йәмғиәт
10 Ғинуар 2022, 10:30

Байрам кәйефе бүләк иттеләр

Дөйөм алғанда “Терра Зима” фестивалендә быйыл 16 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Байрам кәйефе бүләк иттеләрБайрам кәйефе бүләк иттеләр
Байрам кәйефе бүләк иттеләр

Оҙайлы Яңы йыл байрамдары үтеп тә китте. Был осорҙа Башҡортостанда күп кенә ҡыҙыҡлы саралар үтте. Улар тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һөйләне.

– Республикаға туристар йәлеп итеү маҡсатында Яңы йыл байрамдары осоронда бик уңышлы итеп “Терра Зима -2022” фестивале үтте. Программа 31 декабрҙә кис менән үк башланып китте, бында Каруанһарай янында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йырсылары матур концерт ҡуйҙы. Өфөлә Яңы йылды Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Удмурт, Татарстан республикалары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡаршыланы, – тине Ринат Фәтҡуллин.

1 ғинуарҙа йолаға әйләнгән “Терра Зима” фестивале “Вәғәҙәләр йүгереүе” менән асылған. Шул уҡ көндә костюмдар карнавалы үткән. 2 ғинуарҙа ҡышҡы һабантуй асылған. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡунаҡтары һәм өфөләр төрлө ҡышҡы күңел асыуҙарҙа ҡатнашып күңел асҡан. Ошо уҡ көндә самауырҙар конкурсы үткән.

3 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш Бабайҙар парады үткән. Унда бөтә илдән 1500-тән ашыу кеше ҡатнашҡан, республиканың һәр район һәм ҡалаһы үҙенең Ҡарһылыуын ебәргән. Ҡыш бабайҙар парадында Мәскәү ҡунағы Никита Джигурда ҡатнашҡан хатта.

4 ғинуарҙа Ағиҙел ярында ат-сана экипаждары парады ойошторолған. Шулай уҡ милли кейемдәрҙә һәм һунар саңғыларында саңғы-уҡ биатлоны үткән. Был көндәрҙә ҡала үҙәгендә Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе эшләгән. Өфөнөң тарихи үҙәгендә ике ҡатлы экскурсия автобусы йөрөгән. 8 ғинуарҙа Бөрөлә Гастрономия фестивале үткән. Дөйөм алғанда “Терра Зима” фестивалендә быйыл 16 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Ринат Фәтҡуллин белдереүенсә, байрам саралары беҙҙең геопарктар биләмәһендә лә үткән. “Торатау” шиханы янында “Ҡыш Бабайҙың” ҡунаҡ тирмәһе урынлашҡан. Быйыл беренсе тапҡыр Йөрәктау янында Яңы йыл ҡаласығы асылған. Һырғалаҡ, ижади оҫталыҡ дәрестәре, саналарҙа, ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәттәр ойошторолған.

“Янғантау” геопаркында һауа шарында осоу, уҡтан атыу, кәсепселәр фестивале һәм Раштыуа байрамы ойошторолған. Байрам көндәрендә геопарктарға алты мең самаһы кеше барған.

– Сараларҙы ойоштороусыларға – Туризмды үҫтереү үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, геопарктар хеҙмәткәрҙәренә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм башҡа хеҙмәттәргә ял көндәрендәге эштәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтарға матур байрам кәйефе бүләк иткән өсөн рәхмәт әйтәм, – тине ул.

Фото: ufa-news.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас