Йәмғиәт
10 Ғинуар 2022, 15:30

Байрамдар тыныс үтте

Мәҙәни һәм спорт сараларында кешеләр теләп ҡатнашты.

Байрамдар тыныс үттеБайрамдар тыныс үтте
Байрамдар тыныс үтте

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә оҙайлы ялдарҙың нисек үткәне тураһында һөйләнеләр.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәр үҙ муниципалитеттары буйынса бөтә яңы йыл саралары исемлеген “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” сайтында таба ала. Уға 41 меңдән ашыу ваҡиға инде.

Яңы йыл каникулдарында төбәктең дәүләт театр-концерт учреждениеларында 800-гә яҡын театрлаштырылған тамаша, спектаклдәр, концерт һәм күңел асыу программалары тәҡдим ителгән. Уларҙы 200 мең кеше ҡараған. Байрам саралары санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәп ойошторолдо.

Башҡортостандың ун районында республика “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алынған автоклубтар ярҙамында байрамдар ойошторолдо. Улар алыҫтағы ауылдарға һәм стационар клубтар булмаған бәләкәй ауылдарға барып, асыҡ һауала Яңы йыл саралары үткәрҙе.

1 ғинуарҙан 9-на тиклем Спорт һәм һаулыҡ декадаһы барышында 1 120 күмәк физкультура сараһы ойошторолдо, тип хәбәр итте Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Улар араһында – яңы йыл ғаилә уйындары, Башҡорт йөрөшө көнө, Спорт ғаиләһе көнө һәм башҡалар. Ярыштарҙа 525 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Яңы йыл каникулдарында төрлө спорт төрҙәре буйынса турнирҙар үткән. Улар араһында “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярышының муниципаль этаптары, Әлшәй районында шайбалы хоккей буйынса район-ара турнир, Тәтешле районында ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары араһында волейбол буйынса турнирҙар бар.

Октябрьский ҡалаһында саңғы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте, унда Башҡортостан вәкилдәре өс алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яулаған.

Әле ҡышҡы осорҙа күп кеше ҡатнашҡан ял итеү төрҙәренең береһе – конькиҙа шыуыу. Башҡортостанда 885 боҙ майҙансығы, шул иҫәптән 581 хоккей ҡабы, 288 асыҡ һырғалаҡ, 16 боҙ аренаһы эшләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, барлыҡ профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар яҡшы эшләгән, республика халҡы өсөн байрам мөхите булдырған.

- Айырыуса Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлекте тәьмин иткән хеҙмәттәргә рәхмәт белдерәм. Улар – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы ла, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ла, Эске эштәр министрлығы ла, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең арҡала байрам көндәре, дөйөм алғанда, тыныс үтте.

Фото: tuymazi.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас