Йәмғиәт
10 Ғинуар 2022, 07:00

Биш ул һәм биш ҡыҙға әсәй ул!

Ишембай районынан унынсы балаға әсә булған Марина Йәкимоваға 33 йәш.

Биш ул һәм биш ҡыҙға әсәй ул!Биш ул һәм биш ҡыҙға әсәй ул!
Биш ул һәм биш ҡыҙға әсәй ул!

Яңы йыл байрамын Ишембай районы Әхмәр ауылында йәшәгән Йәкимовтар ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алған: уларҙың ғаиләһендә унынсы сабый донъяға килгән. Биш ул һәм биш ҡыҙ бүләк иткән Марина Йәкимоваға -33 йәш. Бәхетле әсә белдереүенсә, ул үҙе лә ишле ғаиләлә тыуып-үҫкән, ҙур һәм татыу ғаилә хаҡында хыялланған.

Йәкимовтар татыу һәм бәхетле йәшәй. Ҙур балалар бәләкәйҙәренә ярҙамлаша, бергәләшеп дәрес әҙерләй. Йәй көнө ишле ғаилә күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә.

Йәш әсәгә һәм уның иренә бәхетле ғүмер, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ!

Фото: "Восход" гәзите сайтынан. 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас