Йәмғиәт
10 Ғинуар 2022, 07:30

Эш дауам итә

Йәмәғәтселек транспорты йөрөгән юлдарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы ҡарҙан таҙартыуға айырыуса иғтибар бүленә. Хәүефлерәк участкалар ҡом һәм тоҙ ҡушылмаһы, боҙға ҡаршы материалдар менән эшкәртелә.

Эш дауам итәЭш дауам итә
Эш дауам итә

Башҡортостан Республикаһы коммуналь хеҙмәттәре әҙерлек режимында эшләүен дауам итә.

Шулай итеп, үткән тәүлектә республикала ҡарҙы йыйыштырыу буйынса эшкә 1900 берәмек техника, 2 меңдән ашыу урам һепереүсе йәлеп ителгән. 4 мең тоннанан ашыу ҡар сығарылған, үткән тәүлектә баш ҡалала 7459 тонна ҡар йыйып алынған һәм сығарылған. Бынан тыш, 160 мең квадрат метр майҙан ер боҙға ҡаршы материалдар менән эшкәртелгән.

Йәмәғәтселек транспорты йөрөгән юлдарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы ҡарҙан таҙартыуға айырыуса иғтибар бүленә. Хәүефлерәк участкалар ҡом һәм тоҙ ҡушылмаһы, боҙға ҡаршы материалдар менән эшкәртелә.

Үткән байрам көндәрендә ҡарҙың күп яуыуы сәбәпле, Өфө ҡалаһы райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ихаталарҙа көсөргәнешле эшләүҙе дауам итә.

- Ғәҙәттәгесә иртәнге сәғәт 5-тән тротуарҙарҙа, квартал араларында һәм ихаталарҙың кешеләр үткән урындарында коммуналь техника таҙартыу эшен башлай. Әле 118 берәмек техника эшләй. Сәғәт 6-нан - подъездарға ингән урындарҙа, йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙа. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына иҙән һепереүселәр эшкә сыға. Бөгөн 639 кеше эшләй. Һуңғараҡ уларға башҡа махсус торлаҡ ойошмаларынан 400 хеҙмәткәр – инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, ағымдағы ремонтты атҡарыусылар ҡушылды, - тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының торлаҡ хужалығы бүлеге етәксеһе Андрей Бычков.

Һауа температураһының үҙгәреп тороуы менән бәйле муниципалитеттың торлаҡ ойошмалары йорттар ҡыйығындағы ҡарҙы таҙартыуға айырыуса иғтибар бүлә. Көн һайын бындай эштәргә Өфө ҡалаһы райондары торлаҡ ойошмаларының 100-ләгән хеҙмәткәре йәлеп ителә. Кәрәккәндә ҡыйыҡтарҙы таҙартыуға сәнәғәт альпинистары бригадалары саҡыртыла.

 

Фото: Өфө ҡала хакимиәте матбуғат  хеҙмәте.  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас