Йәмғиәт
10 Ғинуар 2022, 15:00

Нуриман йәштәрен еңеүҙәргә әйҙәп

"Атайсал" проектына ярашлы, район эшҡыуарҙары ниндәй бүләктәр, изге эштәр менән ҡыуандырған?

Нуриман йәштәрен еңеүҙәргә әйҙәпНуриман йәштәрен еңеүҙәргә әйҙәп
Нуриман йәштәрен еңеүҙәргә әйҙәп

Белеүебеҙсә, Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Атайсал” тип аталған үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла. Матур башланғысҡа төбәгебеҙҙең район һәм ҡалалары халҡы, билдәле шәхестәр әүҙем ҡушылды.

Нуриман районында ошо юҫыҡта 36 проектҡа ҡағылышлы ғариза ҡабул ителгән, уларҙың дөйөм суммаһы ете миллиондан ашыу һум тәшкил итә. Әлегәсә 29 проект ғәмәлгә ашырылған, тағы етәүһе – эш өҫтөндә. Проектҡа ярашлы мәсеттәр төҙөлә, шишмәләр төҙөкләндерелә, балаларға – бүләктәр, белем усаҡтарына йыһаздар һатып алына.

“Беҙҙең районда әлеге башланғыста иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе – “Голди-Кей” йәмғиәте етәксеһе Т.Р. Фәтхетдинов, - тип һөйләй Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов. – Ул ошо көнгәсә өс проектты тормошҡа ашырып өлгөрҙө: матур йолаға ярашлы, Ҡыҙыл Шишмә ауылы балаларын Яңы йыл бүләктәре менән ҡыуандырҙы; Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы һәм полиатлон менән шөғөлләнгән уҡыусыларға 10 комплект саңғы, ә Нуриман районының хоккей буйынса йыйылма командаһына хоккей экипировкаһы һатып алып бирҙе”.

Әйткәндәй, Нуриман районының “GoldyNuriman” хоккей командаһы тәүге тапҡыр Өфө һәүәҫкәр хоккей лигаһына үтеп, яңыраҡ баш ҡаланың “Астра” спорт комплексында Өфөнөң “Тигр” командаһы менән осрашҡан. Нуриман егеттәре еңеү менән ҡайтҡан – иҫәп 4:2 булған.

Сығышы менән Нуриман районының Имтияз ауылынан (бөткән ауыл) булған Мансур Ислам улы Кәримов та – “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Район советы депутаты Альфред Заҡуан улы Сәйҙелов мәсетте төҙөкләндереүгә һәм зыяраттарҙы кәртәләүгә ике миллион һум самаһы аҡса йүнәлткән. Ғөмүмән, район эшҡыуарҙары һәм ябай халыҡ изге эштәргә өлөш индереүҙең ҙур сауап булыуын яҡшы аңлап, һәр изге башланғысҡа әүҙем ҡушыла.

- “Атайсал” проекты тураһында ишетеү менән был башланғысҡа ҡушылыу теләге тыуҙы, сөнки үҙем дә спорт менән әүҙем шөғөлләнәм, хоккей уйнайым. Шуға күрә һис икеләнмәйенсә хоккей командаһына 18 комплект форма алып бирергә ҡарар иттем. Хәҙер беҙҙең Нуриман егеттәре һары һәм ҡара төҫтәрҙән торған формала район данын яҡлап сығыш яһай, - ти Тимур Фәтхетдинов.

Фотолар: Нуриман районы хакимиәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас