

2022 йылда беҙҙе биш тапҡыр оҙайлы ялдар көтә, сөнки күпселек байрам шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн 6 марттан 8 мартҡа тиклем ял итәсәкбеҙ. Тик бының өсөн 5 мартта, йәғни шәмбе көнө эшләргә тура киләсәк.
Ғинуарҙың тәүге ике көнө лә шәмбе һәм йәкшәмбегә тап килде, шуға был көндәр 3 һәм 10 майға күсерелә. Шунлыҡтан май байрамдары 30 апрелдән 3 майға һәм 7-һенән 10 майға тиклем һуҙыласаҡ.
Шулай итеп:
6 марттан 8 мартҡа тиклем,
30 апрелдән 3 майға тиклем,
7 майҙан 10 майға тиклем,
11 июндән 13 июнгә тиклем,
4 ноябрҙән 6 ноябргә тиклем ял көндәре көтә.
23 февраль шаршамбыға тура килгәнлектән, оҙайлы ял булмаясаҡ.
Фото: aisttv.ru