Йәмғиәт
10 Ғинуар 2022, 11:30

Яңы йыл каникулдарында республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсоған?

Республикаға идара итеү үҙәге каникуларҙа ла эшләне, халыҡтан мөрәжәғәттәр көн һайын ҡабул ителде.

Яңы йыл каникулдарында республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсоған?Яңы йыл каникулдарында республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсоған?
Яңы йыл каникулдарында республика халҡын ниндәй мәсьәләләр борсоған?

 Биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу, сүп-сар сығарыу, эш хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡтар, йәмәғәт транспорты эше – Яңы йыл каникулдарында республика халҡын ошо мәсьәләләр борсоған.

2022  йылда “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенең беренсе сығышы ошо һорауҙарға арналды.

Үҙәк каникуларҙа ла эшләй, халыҡтан мөрәжәғәттәр көн һайын ҡабул ителә. Мәҫәлән, Өфөнөң Орджоникидзе районында йәшәүселәр эҫе һыу булмауға зарлана. Был һорау беренсе тапҡыр күтәрелмәй. Проблема индивидуаль йылылыҡ пункттары менән бәйле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бында йәшәүселәргә, эҫе һыу менән өҙөклөктәр булмаһын өсөн, индивидуаль йылылыҡ приборҙарын үҙ баланстарына алып, ваҡытында хеҙмәтләндерергә кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, приборҙарҙың төҙөк булмағандары ла осрай. Был осраҡта баш ҡала хакимите яуаплы. Яңы йыл алдынан, проблеманы хәл итеү маҡсатында, хакимиәт менән берлектә юл картаһы төҙөлгән. Киләсәктә проблема тулыһынса хәл ителәсәк тип күҙаллана.

Яңы йыл каникулдары ваҡытында Дәүләкәндә һәм Өфө районында электр энергияһы менән өҙөклөктәр була. Ҡайҙалыр планға ярашлы, ҡайҙалыр авариялар сәбәпле ваҡытлыса ут булмай. Проблемалар муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә хәл ителә.

Белорет ҡалаһында магистраль торба тишелеү арҡаһында, һигеҙ биҫтәлә йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү туҡтатыла. Муниципаль район башлығы Андрей Иванюта авария урынына үҙе килеп, социаль селтәрҙәр аша халыҡ менән аралаша, эш барышы тураһында  мәғлүмәт еткерә. Һөҙөмтәлә, белореттар был хәлде аңлап ҡабул итә, паника тыумай. Авария тиҙ арала бөтөрөлә, йорттарға йылы һыу һәм йылылыҡ бирелә.

Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы сайты.

 

#ЦУРБашкортостан #Салям

Автор:Римма Султанова
Читайте нас