

Яңы йыл ялдарында, 1 – 9 ғинуарҙа, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге республикала йәшәүселәрҙән 769 мөрәжәғәтте теркәгән.
Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр ителә. “Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, контейнерҙар майҙансыҡтарынан сүп-сар сығарыу тураһында яҙҙылар, айырым райондарҙа эҫе һыу һәм йылылыҡ биреү менән бәйле ялыуҙар булды, түләүҙәр, пособиелар буйынса һорауҙар теркәлде.
Иң популяр темалар – элеккесә COVID-19-ҙан вакцинациялау. “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһы байрам көндәрендә был темаға 294 мөрәжәғәт теркәне”, - тип хәбәр ителде.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.