

“Йылы Өфө” колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре эшләй башлағандан алып 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, шуның 98 проценты телефон аша алынған. Был турала үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Антон Тристан еткерҙе. 8 (347) 277-09-11 телефонынан тыш халыҡтан мөрәжәғәттәре @Ufahotbot телеграм-бот һәм «Уфа теплая» һәм «Уфа снежная» сервисы ярҙамында ла ҡабул ителә.
– Колл-үҙәк системаһына йылытыу мәсьәләһе буйынса килгән мәрәжәғәттәргә йәһәт яуап биреү арҡаһында проблемалар ҙа тиҙ хәл ителә, – тип һөйләй Антон Тристан. – Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә оператив штаб булдырылды, һөҙөмтәлә кешеләрҙең түләү документтарында иҫәпләү хаҡы һиҙелерлек кәмене.
Әйткәндәй, туҡтауһыҙ ҡар яуа башлау менән колл-үҙәккә ҡар көрәү, тайғаҡ юлдар кеүек мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәттәр күп “яуған”. Йәшермәйек, ҡарҙан ялҡҡан халыҡтың дәғүәһе күп. Халыҡтан 600-ҙан ашыу шылтыратыу килеүе шуға асыҡ миҫал. Ә оҙайлы Яңы йыл байрамында ҡала халҡынан 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән, шуның иң күбе йылытыу миҙгеленә һәм ҡар таҙартыуға бәйле. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековтың ҡушыуы нигеҙендә, колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәттәр исемлегенә йәмәғәт транспорты һәм сүп-сар йыйыу мәсьәләләрен дә өҫтәгән. Ә 1 ғинуарҙан ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенең граждандарҙы яҡлау диспетчер хеҙмәте ҡарамағындағы Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелгән.
Аҙна һайын ойошторолған оператив штаб ултырышында киҫкен мәсьәләләр тикшерелә. Ә оператив штабҡа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республикабыҙҙың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре инә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.