

Иртән иртүк йөрәк өшөтөп телефон шылтыраны. Хафалы тауыш менән аръяҡ урамында йәшәгән Мәүлиә әбей:
— Зәбирә килен! Таң менән борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ. Фәрхиямал мәрхүм булып ҡалды. Бөгөн ҡуйырға кәрәк. Шәфҡәт зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға кешеләргә әйткеләштерһен әле, башҡа өндәшер кеше юҡ, уның һүҙе үтә бит, — тип хәбәр һалды.
Уяулы-йоҡоло көйгә таң һарыһы менән ишетелгән хәбәрҙе әйтергә ире янына килде Зәбирә:
— Тораһыңмы? Хәле ауырайған тиҙәр ине, Фәрхиямал апай мәрхүм булып ҡалған икән, һиңә ҡәбер ҡаҙырға кешеләр йыйһын, тип шылтыратты Мәүлиә апай.
Шәфҡәт һикереп тороп ултырҙы.
— Улай булғас, яҡтырғансы малдарҙы ҡарап, эште бөтөрөп ҡуяйым. Ышаныслы егеттәргә өндәшәйем, атыу Яңы йыл алдынан кеше табып булмаҫ.
Ул тиҙ генә йыйынып, бер сынаяҡ сәйҙе баҫып торған килеш кенә күтәреп эсте лә ыжғырып торған декабрь һыуығы ҡосағына, урамға сығып та китте.
Зәбирә, ишетелгән хәбәр урауында ҡалып, аш-һыу бүлмәһенең тәҙрәһе аша саҡ яҡтырып килгән урамға баҡты. Эйе, ана Фәрхиямал апайҙың өйө йылға аръяғында тора, тәҙрәләрендә уты бар. Ә ҡышҡы ауыл әле йоҡоһонан уянмаған, тәҙрәләрендә ут күренгән өйҙәр һирәк-мирәк кенә күренә. Эргәһендә кеше-маҙар бармы икән? Ярай, Мәүлиә әбей, туған-тыумаса булмауына ҡарамаҫтан, Фәрхиямал апайҙы ҡарарға өйөнә үк торорға барған, тип ишеткәйне. Рәхмәт инде миһырбанлы йәндәргә, сит-ят кешене йән биргән иң ауыр мәлендә яңғыҙ ҡалдырмағас.
Зәбирә – үҙе был ауылға йыраҡтан төшкән килен. Ауылдаштар, бәхетле һәм бәхетһеҙ яҙмыштар, татыу ғаиләләр тураһында ул ҡәйнәһе ауыҙынан күп ишетә торғайны. Юҡ! Ҡәйнәһе ғәйбәт һөйләп, кеше сәйнәп ултырманы. Тормош сәхифәләре, үткәндәре тураһында хәтирәләрҙе кереп-сығып эш эшләп йөрөгән арала ҡәйнәһе эргәһенә хәл белергә килгән әхирәттәре менән һөйләшеүе аша, уларҙың ауыр, ләкин йырлы-моңло яҙмыштарын барлағандарында ҡолаҡ һалғылап ишетеп йөрөй ине.
Фәрхиямалдың аяныслы яҙмышы тураһында ла ул өлкәндәрҙән ишетеп тә, ә һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларҙы үҙе лә күреп белә, сөнки ул үҙе Зәбирәгә бер-ике тапҡыр үтенес менән килгәне булғыланы.
...Фәрхиямал был ауылға күрше райондан килен булып төшкәйне. Йәше үтеп барған ҡыҙҙы ире мәрхүм булып, инде тиҫтә йыл яңғыҙ тормош көткән әсәһе, әллә нисә ҡатын айырған иргә димләп, арбаһына ултыртҡан да ебәргән. Бәләкәй генә кәүҙәле Фәрхиямал холҡо ауыр, кәрәк-кәрәкмәгәнгә лә йоҙроҡ төйнәп кенә торған дәү кәүҙәле Хәйбулла янында әтәстең аяҡ аҫтында буталып йөрөгән себеш хәтле генә ине. Иренең тағы бер алама ғәҙәте – ҡырын тейәргә яратыуы хаҡында ла бергә йәшәй башлағас ҡына мәғлүм булды уға.
Хәйбулланың донъя көтөргә лә бик үк теләге булмай сыҡты. Атаһынан ҡалған ике яҡлы өйҙә ғүмере үтте, мал ишәйтәйем, аҙбар-ҡойма йүнәтәйем, тип борсолманы. Ғүмер буйы йыуынып-сайынып сығыр мунсаһы булманы, хатта өйөн уратҡан ихатаны ла Фәрхиямал оҫталар яллап эшләтте. Үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын, тигән кеүегерәк итеп йәшәне Хәйбулла. Шул нигеҙҙә Фәрхиямалдың бер улы, бер ҡыҙы донъяға килде.
Ҡатын үҙе ут бөрсәһе кеүек шәп булды. Ире бик теш ҡайраһа ла, кәзәһенә ҡул тейҙермәне, оҙон ҡыш буйына шәл бәйләп һатты, һарыҡтарын бөтөрмәне – тырышып үҙенә лә, ауылдаштарға ла балаҫ һуҡты. Колхоз эшенән дә баш тартманы: һаулығы ҡаҡшағансы фермала быҙауҙар ҡараны, йәйен сөгөлдөр баҫыуында бил бөктө.
Бесән ваҡыты етһә, ирҙәр ыңғайына салғы тотоп, бакуй һалды, хатта салғы янып бирергә лә эскеһенән айный алмай ине гел генә һалмыш йөрөгән ир. Ауылда уның уйламай әйткән һүҙе лаҡап булып йөрөнө. Бер эсеп алып, “Фәрхиямал саба, мин йыям” тип әйтеп һалған ул. Ләкин бөтә ауыл халҡы уның бесән йыйыу түгел, ишек алдына ҡайтҡан бесәнде лапаҫ башына ырғытырға ла ярҙам итмәгәнен белеп торҙо. Ир ғәләмәте хатта аҙбарындағы малдарын да ҡарамай, эске хаҡына кешеләргә утын бысып, ярып, ҡыш буйына әбей-һәбейҙәргә ҡар көрәп, Фәрхиямал арып-талып эштән ҡайтыуына ашарға таптырып, ғауға сығарып, ғаиләһен урамға ҡыуып сығарып хитланы.
Ләкин һәр бер эштең аҙағы була тигәндәй, уның аҙғын тормошо яҡшыға алып барманы. Лаяҡыл иҫереп ҡайтып килгәндә яр буйында ҡолап, ташҡа башын ярҙы ир. Ауыл фельдшеры “тиҙ ярҙам” бүлегенә хәбәр итә, ләкин ирҙең хәле көндән-көн артҡа китте. Бара-тора ул бер кемде лә танымаҫлыҡ хәлгә килде.
Фәрхиямал уны йәлләп, дауахананан өйөнә алып ҡайтты. Хәйбулланың хәле бик аяныслы ине. Ул нимәне һәм күпме ашағанын, нимә эшләгәнен белмәй. Көнө буйы шкафтан ҡатынының да, үҙенең дә ыштан-күлдәктәрен алып, өҫтөнә ҡат-ҡат кейә. Йәиһә ҡалаҡ, бысаҡ, тәрилкә, башалтай кеүек нәмәләрҙе яҫтыҡ тышына тултырып, өй буйлап күтәреп йөрөй. Өҫтәл артына ултырһа, икмәк киҫәген, сынаяҡты, бәләкәй бала шикелле, машина итеп йөрөтөп, ауыҙынан күперек сығарып уйнай. Кем менәндер үҙе генә белгән телдә һөйләшә, берсә ҡысҡырып көлөп ебәрә, берсә сарбайлап илай. Фәрхиямал күрмәй ҡалһа, инәнән тыума сисенеп, урамға сығып йүгерә, күршеләренә шул килеш барып инә.
Бер көндө алама күңелле әҙәм Хәйбуллаға араҡы һалып биргән. Ир инде бөтөнләй януарға әүерелә: эт булып олой, аттай кешнәй, үгеҙҙәй үкерә. Ни ҡыланғанын белмәй: берсә туйтаңлап ерҙән имгәкләп китә, берсә йүгереп барған килеш ҡапҡа бағанаһына ырғый, бесәй кеүек өй башына үрмәләй. Хатта урамдан үтеп барған машина арбаһына һикереп менеп ултыра. Ярай, шофер аңлаған бәндә булып сыға, юхалап-йыумалап төшөрөп, ишек алдына индереп ебәрә уны.
Шул саҡ иғтибарын лауылдап өргән эте яулай, йәһәт кенә утынлыҡта түмәрҙә сабыулы торған балтаны эләктереп ала ла балаларҙың күҙ алдында этте сабып үлтерә, шунан ҡанға буялған бите, ҡулдары менән урамға сығып йүгерә. Күрше-тирәһе ҡурҡышынан ҡапҡаларын бикләп ултыра, балаларын, донъяларын ҡурсып, милицияға хәбәр итәләр.
(ДАУАМЫ БАР).
Фото: www.liveinternet.ru
Авторы: Миңзәлә Хәлилова.