

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Туймазы район-ара тәфтиш бүлегендә Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһен үлтереү буйынса енәйәт эше тикшерелә.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың 2 мартында төндә Ҡандра ауылында фатирҙа 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Уны үлтереүҙә 35 йәшлек Михаил Константинович Журавлев шик аҫтына алына, сөнки ошо енәйәттән һуң ул тәфтиш органдарынан ҡасып йөрөй. Әлегә тиклем уның ҡайҙалыуы билдәһеҙ, шуға ла федераль кимәлдә эҙләү иғлан ителгән.
Шик аҫтындағы ир сығышы менән Туймазы районының Ҡандра ауылынан. Быға тиклем дә административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.
Билдәләре: буйы 180 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре асыҡ өҫтә, күҙҙәре зәңгәр, ирендәре нәҙек. Айырылып торған билдәһе: һул ҡулының ус һөйәктәре һынған.
"Журавлев тураһында мәғлүмәткә эйә булғандарҙан Тәфтиш идаралығының ышаныс телефонына – 8 (347) 251-62-51 йәки эске эштәр органдарына 02 (кеҫә телефонынан - 102) һандарын йыйып хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ", – тип мөрәжәғәт итәләр ведомствонан.
Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы.