Йәмғиәт
11 Ғинуар 2022, 10:20

Ниһайәт, светофор ҡуйылды

Үткер күҙле халыҡ киҫкен мәсьәләне хәл итеү кәрәклеген әленән-әле иҫкә төшөрөп торҙо.

Ниһайәт, светофор ҡуйылдыНиһайәт, светофор ҡуйылды
Ниһайәт, светофор ҡуйылды

“Өфө – Бөрө – Яңауыл” һәм “Благовещен – Павловка” маршруттарындағы юл саты үтә хәүефле һанала. Нәҡ был урында светофор урынлаштырылды һәм бында хәҙер яҡты. Был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине.

Ошо юл сатында аварияларҙың йыш теркәлеүе тураһында 2019 йылдың 23 июлендә халыҡ мөрәжәғәт иткән булған. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре мөрәжәғәтте республикабыҙҙың юл хужалығы идаралығына йүнәлткән. Ә улар светофорҙы урынлаштырыуҙы 2020 йылдың яҙына планлаштырған.

Белеүебеҙсә, 2020 йылда коронавирус пандемияһы барлыҡҡа килде, бөтә көс ошо яуыз сир менән көрәшкә сарыф ителде. Үҙ сиратында, республикабыҙҙың юл хужалығы идаралығы был эште 2021 йылдың икенсе яртыһына “шылдырҙы”.

Хәйер, үткер күҙле халыҡ киҫкен мәсьәләне хәл итеү кәрәклеген власть вәкилдәренең иҫенә әленән-әле төшөрөп торҙо. Һөҙөмтәлә 2021 йылдың ноябрендә бөтәһе лә ыңғай хәл ителде. Был ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән тормошҡа ашырылған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектының маҡсаттарына ла тура килә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас