Йәмғиәт
11 Ғинуар 2022, 16:15

Нуримандар ни хәлдә?

Республика Башлығы Нуриман районына сәфәр ҡылды.

Нуримандар ни хәлдә?Нуримандар ни хәлдә?
Нуримандар ни хәлдә?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нуриман районына эш сәфәре барышында социаль объекттарҙа – Байгилде ауылындағы муниципаль лицейҙа һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы табип амбулаторияһында булды.

Радий Хәбиров Байгилде ауылында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ришат Исмәғилев исемендәге муниципаль лицейҙа уҡыу кластарын, музейҙы, спорт залын, интернатты ҡарап сыҡты. Бында беренсе сменала V – XI класс уҡыусылары белем ала.

Лицей Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән әүҙем хеҙмәттәшлектә “Башаҡҡай” белем биреү технопаркының концепцияһын, шулай уҡ робот техникаһы һәм 3D-технологиялар нигеҙҙәре буйынса программаларҙы тормошҡа ашыра. Уҡыусылар робот техникаһы буйынса республика конкурстарында призлы урындар яулай. 2020 йылда лицей командаһы Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында өсөнсө урын яулаған.

– Беҙҙә 250 кеше, шул иҫәптән яҡын-тирәләге 11 ауылдан 50 бала белем ала. Иглин районынан уҡыусылар ҙа бар, улар көн һайын уҡырға килә, – тине лицей директоры Салауат Исмәғилев. – Беҙ тағы ла 80 баланы уҡырға ҡабул итә алыр инек, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биналар, шул иҫәптән 1970 йылда уҡ төҙөлгән интернатта урындар етмәй. Ул 28 кешегә генә иҫәпләнгән һәм хәҙерге нормаларға яуап бирмәй. Интернатта ашхана булмағанға күрә уҡыусылар икенсе биналағы лицей ашханаһына иртәнге, төшкө һәм киске ашҡа йөрөй.

Нуриман районы хакимиәте Байгилде лицейы нигеҙендә урта һөнәри белемле белгестәр әҙерләү өсөн ресурс белем биреү үҙәге ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итә. Был методик базаны нығытырға һәм уҡыусылар һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Лицей уҡытыусылары менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы коронавирус һәм миҙгел киҙеүе шарттарында эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.

– Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа каникулда уҡыуҙы һағынды, ләкин дистанцияла уҡыуға китмәҫ өсөн бөтәһенә лә һаулыҡҡа ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Лицейҙы матди-техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға килгәндә, беҙ уҡыусылар өсөн мотлаҡ яңы ашхана төҙөрбөҙ, ә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы яңы интернат бинаһы һалыу-һалмауҙың маҡсатҡа ярашлылығына анализ яһар.

Артабан Радий Хәбиров Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы табип амбулаторияһында булды. Амбулатория Ҡыҙыл Шишмәнән, шулай уҡ күрше Сандар һәм Яманпорт ауылдарынан 2,5 мең самаһы кешене, Павловка һыу һаҡлағысында ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Ике ҡатлы бина 1995 йылда төҙөлгән. Бында сменаһына 50-ләп пациент ҡабул итә.

– 2018 йылда ҡыйыҡты ремонтланылар. Әммә Ҡыҙыл Шишмә амбулаторияһында бөтә коммуникацияларҙы алмаштырырға, капиталь төҙөкләндерергә, шулай уҡ уның биләмәһен төҙөкләндерергә кәрәк. Был эш өсөн проект-смета документтарын әҙерләнек тә инде, – тине Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин. – Киләсәктә амбулатория күрше ауылдарҙан ете меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Амбулатория пациенттары менән аралашҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты менән ҡыҙыҡһынды.

– Быйыл йәй бында мотлаҡ капиталь ремонт башлайбыҙ һәм көҙ тирә-яҡ биләмәне тәртипкә килтерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы республика дауалау учреждениеларының берҙәм брендбугына ярашлы ремонт яһарға ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149278.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149278.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас