Йәмғиәт
11 Ғинуар 2022, 06:15

"ПАЗ"-дар башҡаса йөрөмәйәсәк...

ЗБынан ары законһыҙ рәүештә пассажир ташыу булмаясаҡ.

"ПАЗ"-дар башҡаса йөрөмәйәсәк..."ПАЗ"-дар башҡаса йөрөмәйәсәк...
"ПАЗ"-дар башҡаса йөрөмәйәсәк...

10 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2022 йылдағы тәүге Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Тикшереләсәк мәсьәләләр араһында – Өфөнөң йәмәғәт транспорты маршруттарындағы хәл. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков белдереүенсә, һүҙ тәү сиратта Өфө маршруттарында "ПАЗ-3205" маркалы автобустарҙы заманса һәм хәүефһеҙ транспортҡа алмаштырыу хаҡында бара.

– Беҙ Өфөнөң шәхси пассажир ташыусылары менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Унда "ПАЗ-3205" маркалы автобустарҙы ҙур һәм урта класлы автобустарға алмаштырыуҙы ҡарарға һәм республика райондарының муниципаль маршруттарында "ПАЗ-3205"-те артабан файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим иттек, – тине Виктор Жульков. – 2021 йылдың 31 декабренән Өфөлә маршруттар "ПАЗ-3205" маркалы автобустар менән рәсми рәүештә хеҙмәтләндерелмәй.

Андрей Назаров Өфөлә йәмәғәт транспорты эшенә контролде көсәйтергә һәм законһыҙ пассажир ташыусы осраҡтарын тиҙ арала асыҡларға ҡушты.

– Беҙҙең бурыс – республикала йәмәғәт транспортын пассажирҙар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү, – тине Андрей Назаров. – Республика был маҡсатта яңы автобустар, шул иҫәптән күп кеше һыймалы автобустар һатып ала. Социаль яуаплы ташыусылар шулай уҡ үҙҙәренең автопаркын яңырта.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54427

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас