Йәмғиәт
11 Ғинуар 2022, 16:30

Уйын майҙансығын үҙҙәре төҙөп ҡуйған!

Был изге эште башлаған йәш кеше кем ул?

Уйын майҙансығын үҙҙәре төҙөп ҡуйған!Уйын майҙансығын үҙҙәре төҙөп ҡуйған!
Уйын майҙансығын үҙҙәре төҙөп ҡуйған!

Ҡыйғы районында йәшәгән Вилдар Ҡадиров 120 мең һумдан ашыуға төҙөлөш материалдары һатып алып, балалар майҙансығы булдырыу эшенә тотонған.

Үрге Ҡыйғы эшҡыуарының был изге башланғысына күршеләре лә ҡушылған һәм ике ай тигәндә уйын ҡаласығын төҙөп тә ҡуйғандар. Хәҙер унда яҡтылыҡ үткәрәһе, ағас полиция машинаһы төҙөйһө ҡалған.

"Был биҫтә яңы, шуға балаларға уйнар урын юҡ ине", - ти булдыҡлы, изге күңелле егет.

Үҙең төҙөгән ҡәҙерлерәк тә - ундағы тәртип урындағы халыҡ күҙәтеүе аҫтында. Афарин, ҡыйғылар, уйын майҙансығында бәхетле бала-сағаның шат тауыштары һәр көн яңғырап торһон, тип теләргә генә ҡала.

Фото: vk.com/newsbash

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас