

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге ултырышта идара итеүҙең бәләкәй формаларына ярҙам итеү саралары тикшерелде. Республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә ауылда идара итеүҙең бәләкәй формалары мөһим роль уйнай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе.
— Беҙ агросәнәғәт комплексы өлкәһендә сәйәсәтебеҙҙе үҙгәртеп ҡороп, агробизнесты үҫтерәбеҙ. Бөгөн ауыл хужалығы продукцияһының 40 процентын - шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, тағы 15 процентын фермерҙар етештерә. Улар халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә, күрелгән саралар ауылда мәшғүллекте арттырыуға булышлыҡ итә һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүгә этәргес бирә, – тине Премьер-министр.
Ауыл хужалығы предприятиеларының етештереүсәнлеген арттырыуҙа республика менән идара итеүҙең бәләкәй формаларының әһәмиәте мөһим булыуын билдәләне Андрей Назаров. Һуңғы 10 йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә фермерҙарҙың өлөшө 2,5 тапҡырға артҡан, әле был күләм 14 проценттан ашып киткән. 2030 йылға күрһәткес 20 процентҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал, сөнки эре шәхси хужалыҡтар һаны бермә-бер артасаҡ.
- Бөгөн төбәктә ете меңдән ашыу хужалыҡ бар. Улар башлыса үҫемлекселек продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы ерҙәре республика майҙанының 16 процентын биләй, фермерҙар игендең 35 процентын, шәкәр сөгөлдөрөнөң 19 процентын, теплицаларҙа йәшелсәләрҙең 78 процентын, һөттөң 12 процентын һәм иттең алты процентын етештерә, - тине үҙ сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә федераль һәм төбәк дәүләт ярҙамы программаларының уңышлы ҡулланылыуы ла булышлыҡ итә, тип билдәләнде ултырышта. 2019-2021 йылдарға гранттарҙың дөйөм күләме 2 миллиард 271 миллион һум тәшкил иткән.
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу һәм ауылда кооперацияны үҫтереү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу һәм идара итеүҙең бәләкәй формаларына булышлыҡ итеү маҡсатында Башҡортостан ҡаҙнаһынан гранттар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индереү буйынса проект әҙерләгән. «Агростартап» проекттарын баһалауҙа өҫтәмә пункттар индереп, республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондары проекттарына булышлыҡ итеү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ индерелгән үҙгәрештәр документтарҙы федераль ҡануниәткә тап килтереү кәрәклегенә бәйле.
Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.