

Урамда һыуыҡ һәм ҡарлы ҡыш тантана итә. Быйыл ҡар күп булыу сәбәпле, йорт ҡыйыҡтарында ҡурҡыныс булып аҫылынып торған ҡар ҡатламы ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ошо йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу – идарасы ойошмаларҙың көнүҙәк бурысы. Әгәр ҙә инде ҡар-боҙҙо ашығыс рәүештә алыу талап ителһә, тиҙ арала 112 берҙәм хеҙмәт телефонына шылтыратырға кәрәк. Был турала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәгенән һөйләнеләр.
Йәшерен-батырын түгел, оҙайлы Яңы йыл байрамында башҡортостандар өсөн ихатаны, тротуарҙы һәм юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе көнүҙәк булды. Әгәр ҙә ауыл, ҡасаба һәм ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу муниципалитеттар иңендә булһа, ихаталағы юлдарҙы иһә идарасы ойошмалар таҙарта.
Фото: newsland.com