Йәмғиәт
11 Ғинуар 2022, 08:00

Ҡышҡы урамда сәй эсеп, былау ашап...

“Күңел йылыһына ел-буран да, ҡар-ямғыр ҙа кәртә була алмай!” – ти ауыл халҡы. 

Ҡышҡы урамда сәй эсеп, былау ашап...Ҡышҡы урамда сәй эсеп, былау ашап...
Ҡышҡы урамда сәй эсеп, былау ашап...

“Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫы Рәшиҙә АБДУЛЛИНА Архангел районының Убалар ауылында үткән матур сара хаҡында хәбәр итә.

“Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың "Гөлнәзирә" фольклор ансамбле ҡыҙҙары матур сара үткәрҙе. Ул "Яңы йыл ғаилә уйындары" тип аталды. Байрамға бик күп халыҡ йыйылды. Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашырға килгән ғаиләләрҙең күңелендә ярыш сәме, ярыш ҡомары ята ине!

Тирә-яҡ балаларҙың шат тауышына күмелгән, самауырҙар ҡайнай, ҡаҙанда былау бешә, өҫтәл һәр төрлө тәм-томдан һығыла. Байрамды ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, мәсетебеҙҙең мәзине Миниәмир Минийәр улы Янышев асып ебәрҙе.

Сара бер нисә өлөштән торҙо. Иң беренсе ауылдаштарыбыҙ ғаилә ярышына теҙелде. Спорт ярышын ойоштороусылар Рәшиҙә менән Фәнир Абдуллиндар бер-бер артлы ярыштарҙы үткәреп, ҡатнашыусыларға сәм өҫтәп торҙо. Был бәйгелә Абдуллин Ғайса менән Азамат, Янышев Айнур, Киселев Салауат, Мөхәмәтйәнов Жәлил һәм Яҡупова Әлфиәнең ғаиләләре һынау тотто. Эстафетала ҡатнашыусылар һәр ярышты лайыҡлы үтергә тырышты.

Балалар өсөн дә айырым конкурстар булды. Улар ике командаға бүленеп ярышты. Шулай уҡ алдан һүрәттәр конкурсы иғлан ителгәйне.

"Гөлнәзирә"ләр башҡарыуындағы дәртле йыр-бейеүҙәр байрамға йәм өҫтәне. Йыраҡтан килгән ҡунаҡтар ҙа йырлы сәләм еткерҙе. Шыжлап ултырған самауырҙың ҡайнар сәйе, Айнур Янышев бешергән тәмле былау, өҫтәлдәге һығылып торған тәм-том ҡунаҡтарыбыҙға буранлы, ҡышҡы көндә өшөргә форсат бирмәне.

Байрамыбыҙҙың төп биҙәге булған ғаилә ярышының һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Бына улар – еңеүселәр:

1-се урында – Яҡуповтар ғаиләһе;

2-се урында – Мөхәмәтйәновтар;

3-сө урынды Абдуллиндар (Ғайса) менән Янышевтар бүлеште.

Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Арх-Латыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Әсҡәт улы Ибәтуллин исеменән дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ байрамға килгән һәр бала  бағыусылар әҙерләгән бүләкте алып ҡыуанды.

Байрам барышында “Бәйләнештә” селтәрендә үткәрелгән "Беҙ һеҙгә бәхет теләйбеҙ" онлайн-видеоҡотлауҙа ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ойоштороусыларға депутат Жәлил Хәйҙәр улы Мөхәмәтйәнов та рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ауыл халҡын Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен әйтте. Асыҡ һауала үткәрелгән был байрамдан ауылдаштарыбыҙ рәхәтләнеп уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, йыл буйына етерлек дәрт-дарман туплап, бүләктәр алып таралышты.

Ошо ҙур сараны үткәреүгә үҙҙәренең өлөшөн индергән барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һәр ваҡыт шулай бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, әүҙем булайыҡ!”, - тип яҙа байрамды ойоштороусыларҙың береһе Рәшиҙә Абдуллина.

Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Убалар ауылы халҡына “Афарин!” тибеҙ һәм һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу һәм сәләмәт тормош яҡлы булып йәшәгеҙ, тигән изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Фотолар: Рәшиҙә Абдуллина.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас