

Белорет районының Әзекәй ауылында йәшәгән Илүзә менән Радик Ғәлиастановтар ҙур, татыу ғаилә ҡорған. Яҙмыштарын бергә бәйләүенә бына инде 17 йыл.
Илүзә Әзекәйҙә тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Сермән ауылы егете Радик, мәктәпте тамамлағас, Севастополдә һалдат бурысын үтәй, моряк була. Шунан Белоретта тимер сым һуҙыусыға уҡый. Тап шул ваҡытта бер-береһен тап итә йәштәр. Ярты йыл аралашып, хистәренең ныҡлы икәнлегенә ышанғас, ғаилә ҡоралар. Ғәлиастановтар Белоретта төпләнә. Радик металлургия комбинатында хеҙмәт юлын башлай, Илүзә магазинда һатыусы була. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуа. Әммә, икеһе лә ауыл балалары булғанғамылыр, күңелдәре тыуған ергә тартыла уларҙың. Әзекәйҙән ер биләмәһе алып, ағастан ыҡсым ғына йорт төҙөп сығалар.
Бөгөн Ғәлиастановтар алты бала тәрбиәләй: дүрт улдары һәм ике ҡыҙҙары бар. Олоһона – 14 йәш, ә кесеһенә 10 ай ғына. Йорт усағын һаҡлаған Илүзә Ишбулды ҡыҙы ҙур ғаиләһенең шатлыҡтары һәм ауырлыҡтары менән уртаҡлашты.
“Беҙ ғаиләлә ике генә бала булдыҡ, шуғалыр гел күп балалы әсә булырмын тип хыялландым. Иремдең ғаиләһендә өс бала үҫкән. Уның менән һәр сабыйыбыҙҙы теләп, көтөп алдыҡ. Татыу йәшәйбеҙ. Балалар бер-береһенә йылы һәм хәстәрлекле ҡарашта. Өлкәндәре кеселәренә ярҙам итә, тәрбиәләшә. Балалар алдында иремдең абруйы ҙур. Ғаиләбеҙҙә барыһы ла бүленгән: балаларҙың үҙ бурысы, хужалыҡ һәм балалар – минең өҫтә, ә ғаиләне финанс яғынан тәьмин итеү – тулыһынса иремдең иңендә. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ иҫән-һау, яҡшы уҡый, тәртиптәре лә һәйбәт, мәктәптә улар өсөн йөҙөбөҙ ҡыҙарғаны юҡ. Йортобоҙҙоң бәләкәй булыуы ғына проблемалар тыуҙыра. Һәр кемдең үҙ мөйөшө булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә уңайлы шарттарҙы тыуҙыра алмайбыҙ”, – тип көрһөнөп ҡуйҙы күп балалы әсә.
Ғәлиастановтарҙың йорттары төҙөк, бейек кенә. Өй эсендә бөхтәлек, тәртип күҙәтелә, әммә бындай ҙур ғаиләгә 42 квадрат майҙанлы йортта йәшәүе анһат түгелдер. Радик Ғәлим улы йортҡа төкәтмә эшләмәксе, бының өсөн, әлбиттә, ҙур ғына аҡса талап ителә. Ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса программала сиратта тора. Субсидия алыу менән хыялдарын тормошҡа ашырмаҡсылар.
Ғәлиастановтарҙың йорто ауылдың осонда урынлашҡан, ер биләмәләре иркен. Ғаилә мул итеп баҡса үҫтерә, йәй айҙарында ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙ ҡулдары менән ҙур мунса, беседка төҙөп ҡуйғандар.
– Өлкән малайҙар ҡул араһына инеп бара, һәр эштә лә ҙур ярҙамсыларым. Ғөмүмән, балаларыбыҙҙы хеҙмәткә өйрәтеп, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти ғаилә башлығы.
– Әсә булыу – бәхет. Алты бала тәрбиәләп, һәр ғәмәлдә ыңғай яҡтарҙы күрергә өйрәндем. Барыһын да тейешле тип ҡабул итәм, ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Балаларһыҙ тормошто күҙ алдына килтерә алмайым! Күп балалы ғаиләнең тормошо, ысынлап та, еңел түгел, ләкин ауырлыҡтар араһында яҡты мәлдәрҙе лә табырға кәрәк. Иң мөһиме, барыһын да дөрөҫ ойошторорға һәм бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Ваҡыты етер – балаларыбыҙ үҫеп етеп, үҙҙәре беҙгә терәк-таяныс булыр, – ти әсә.
Күптән түгел Илүзә Ишбулды ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. Награда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса тапшырылған.
– Был миҙал – ирем менән икебеҙ өсөн уртаҡ бүләк, сөнки уның ышаныслы иңенән, ярҙамынан һәм таянысынан башҡа беҙҙең ҙур ғаиләбеҙ ҙә булмаҫ ине, – ти ул.
Район хакимиәте, ауыл биләмәһе хакимиәте лә Ғәлиастановтарҙы хәстәренән айырмай. Күптән түгел ғаиләнең кер йыуыу машинаһы боҙола. Хакимиәт, бағыусылар ярҙамы менән, Яңы йыл бүләге итеп өр-яңы көнкүреш техникаһы бүләк итә. Рәшиҙә Солтанованың башланғысы менән Яңы йыл алдынан аҡсалата ярҙам күрһәткән республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы әүҙемселәренә лә рәхмәте сикһеҙ ишле ғаиләнең.
Балалы йортта ҡояш балҡыр, тип юҡҡа әйтелмәгәндер, күрәһең. Бәләкәй генә булһа ла, Ғәлиастановтарҙың өйөнән нур, йылы бөркөлөп торған кеүек. Өр-яңы йылда уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр, юғары даирәләрҙә лә был проблемаға иғтибар итеп, ярҙамды тиҙләтерҙәр, тип ышанғы килә.
Римма СОЛТАНОВА