

Уҙған 2021 йылда, 31 декабрҙә, сәғәт 12-не һуғыуға бер нисә минут ҡалғас, “Өфө” аэропортына Мәскәүҙән S7 Airlines авиакомпанияһының 1137-се рейс самолеты ултыра. Баҡһаң, тап ошо бортта йылдың дүрт миллионынсы пассажиры ҡайтҡан. Аэропорттың автоматлаштырылған системаһы мәғлүмәттәре буйынса, ул самолетта 7А урынын биләгән.
Коронавирус пандемияһы дауам иткән шарттарҙа дүрт миллион пассажир күрһәткесенә өлгәшеү – бығаса булмаған хәл. Был илдең төбәк аэропорттары араһында Өфөнөң статусын ярайһы уҡ күтәрә.
– Йылына дүрт миллион хеҙмәтләндерелгән пассажир – авиакомпаниялар менән берлектәге эш һөҙөмтәһе ул, – тине “МАУ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреев. – Беҙ баҙарҙы ентекле өйрәнәбеҙ, Рәсәй эсендә лә, унан ситтә лә маршруттар селтәрен киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Авиакомпанияларға конструктив хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Аэропортты төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ, осоштарҙың тейешле хәүефһеҙлек кимәлен тәьмин итәбеҙ. Уҙған йылда беҙҙең персонал ғәйебе буйынса аэропортта бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш ваҡиға булманы, бының менән ғорурланабыҙ. Тырышлығыбыҙ Башҡортостанда граждандар авиацияһын артабан үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ. Яҡташтарыбыҙҙың сәйәхәт итеү һәм эшлекле сәфәрҙәр өсөн һауа транспорты менән йышыраҡ файҙаланыуын теләйем.
Мәскәү - Өфө маршруты буйынса S7 Airlines авиакомпанияһының 1137-се рейсында 7А урынында осоусы пассажирҙан pressa@airportufa.ru электрон адресына яҙыуҙы йәки 7 (347) 229-53-44 телефоны буйынса шылтыратыуын һорайҙар. Һеҙҙе ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә!
Фото: "Өфө" аэропорты матбуғат хеҙмәте.