

1973 йылдың яҙы. Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Мышанка тигән ерҙә урынлашҡан стратегик ракета хәрби көстәренең белгес-кесе командирҙар әҙерләү үҙәгенә Башҡортостандан бер эшелон булып мең ярым егет килеп төштө. Карантин үткәндә үк иң тәүҙә һалдатты стройҙа йөрөргә өйрәтәләр. "Уң" менән "һул"ды белмәгәндәр ҙә булды, сөнки учебкала бөтә Совет еренән йыйылған һалдаттар ине.
Көн дә кис йоҡлар алдынан прогулкаға алып сығалар, ә унда бик тиҙ теҙелеү мотлаҡ. Старшина бер урынға баҫа ла: "За мной в колонну по четыре становись!" - ти. 150 һалдат бер-береһен тапай-тапай стройға баҫа, кем өлгөрмәй – шуға сираттан тыш наряд эләгә. Өйрәттеләр, старшина унға тиклем һанағансы, строй тып итеп баҫып та тора.
Бер заман команда яңғырай: "Запева-а-ай!" Батарея шым. Яңы команда: "Разойдись!" Икенсе урында - "Становись!" Ун тапҡыр теҙелеүҙәр ҡабатланғас, батарея йырлай башлай - йә" "Катюша"ны, йә "Через две зимы". Ә хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, бөтә учебкала егермеләп батарея бер үк йырҙы башҡара, ә оҙаҡламай дивизияла строевой смотр булырға тейеш.
Ҡыҫҡаһы, киске теҙелеү ваҡытында старшина Ратников биш взвод комсоргын строй алдына баҫтырып, бөтәбеҙгә бер хәрби бурыс ҡуйҙы: киске прогулкала батарея яңы йыр менән үтергә тейеш.
Беҙ, комсоргтар, ятып йоҡланыҡ та оноттоҡ. Кисен, яңы йыр булмағас, биш комсоргты әле генә ремонтланған бәҙрәфкә унитаз таҙартырға ебәрҙеләр. Иртәгәһенә "Катюша," өсөнсө көндө "По долинам и по взгорьям" йырҙары ла беҙҙе бәҙрәф таҙартыуҙан ҡотҡарманы. Старшина Ратников артыбыҙҙан: "Будете драить унитазы до тех пор, пока батарея не запоет новую песню, или пока они не заблестят как золотые!" – тип һамаҡлап ҡалды.
Батареяны ла ялҡытты туҡтауһыҙ теҙелеүҙәр, егеттәр комсоргтарҙы төрткөләй башланы, әммә килешкән йыр табылманы. Шул ваҡыт башҡа бер уй килде. Батареяның яртыһы тиерлек башҡорт-татар, әгәр ҙә "Шайморатов генерал"ды йырлаһаҡ нисек булыр ине икән? Егеттәрҙе йыйып алдым да кәңәш тоттоҡ. Килештек, йырлап ҡараныҡ, оҡшаны.
Киске прогулкаға теҙелгәндә Башҡортостан егеттәре старшинаның "Запевай!" тиеүенә йырлап ебәргән инек, бөтәһе лә дәррәү ҡушылды, "Шайморатов генерал!" тигәнен урыҫтар ҙа күтәреп алды.
Старшина ҡабул итте, Шайморатов кем ул, тип һорашып торманы. Уға "генерал" тигән һүҙе бик оҡшаны шикелле, прогулкала гел: "Генерала запевай!" – ти торған ине. Шулайтып беҙҙең батарея көҙгә тиклем, хәрби частәргә таралғансы, "Шайморатов генерал" йырын Белоруссия урамдарында яңғыратты.
Һүҙ аҙағында шуны әйтеп ҡуяйым, учебкала үткән строевой смотрҙа башҡортса йырлап үткән беҙҙең батареяға Уҡыу үҙәге начальнигы генерал-майор Приходько иғтибар иткән икән. Беҙгә почёт грамотаһы бирҙеләр, ә мине политбүлеккә саҡыртып, Шайморатов генерал тураһындағы йырҙың һүҙҙәрен яҙҙырып алдылар, уның тураһында мәғлүмәтте дивизия музейына урынлаштырабыҙ, тинеләр.
Әнүәр ШӘЙХЕТДИНОВ яҙмаһынан.
Фото: u24.ru