

Өфөләге Республика һуғыш ветерандары госпиталенең яңы бинаһы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан төҙөләсәк объекттар исемлегенә индерелеүен белеп, ныҡ шатландым. Был документҡа ярашлы, госпиталде төҙөү һәм медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға алты миллиард һум аҡса бүленгән.
Бөгөнгө ҡатмарлы заманда, коронавирус пандемияһы ҡоторған мәлдә, күп кенә дауахана “ҡыҙыл зона”лар итеп үҙгәртелде. Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Туҡай урамындағы Республика һуғыш ветерандары госпитален коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтеп, уның паллиатив бүлеген К. Маркс урамындағы 31-се йортҡа ваҡытлыса күсереп, бында ветерандарҙы дауалап, аяҡҡа баҫтырыу эше дауам итә.
Миңә яңыраҡ ошо госпиталдә һаулығымды нығытыу бәхете насип булды. XIX быуатта уҡ ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән мөһабәт бина Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарҙың күҙенә салынмай ҡалмайҙыр, моғайын. Уның ишеген асып инеү менән иң беренсе күҙгә салынғаны – бындағы тәртип, бөхтәлек, таҙалыҡ. Ә хеҙмәткәрҙәр ниндәй иғтибарлы, мөләйем! Уларҙың фиҙакәр тырышлығы, барлыҡ дауалау алымдары ветерандарҙың һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Бында дауалау гимнастикаһы, төрлө массаж, физиотерапия һәм башҡа ысулдар киң ҡулланыла.
Госпиталдең баш табибы Хәлил Мөжәүир улы Мостафин үҙе һымаҡ эшлекле, белемле, пациенттарға иғтибарлы, хәстәрлекле белгестәрҙе туплай алған. Бындағы медицина хеҙмәткәрҙәренең байтағы – юғары һәм беренсе категориялы һөнәр эйәләре. Коллективтағы татыулыҡ, берҙәмлек шунда уҡ күҙгә ташлана. Был тәңгәлдә, әлбиттә, Хәлил Мөжәүир улының ойоштороу һәләте күҙгә салына.
Мин дауаланған бүлекте юғары категориялы табип Гүзәл Кәшиф ҡыҙы Латипова етәкләй. Ул – тыныс, баҫалҡы, тәжрибәле белгес. Дауалаусы табибым Әлмира Ғөзәйер ҡыҙы Хөсәйенова тураһында ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтә алам. Ул пациенттарының һаулығын даими рәүештә контролдә тота, дауалау алымдарын коррекциялай. Быларҙың барыһы ла пациентты тиҙ арала һауыҡтырыуға йүнәлтелгән.
Урта һәм кесе медицина персоналына ҡарата ла рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Туҡланыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәмле, туҡлыҡлы аш менән ҡыуандыра. Ғөмүмән, ҡыҫҡа ғына ваҡытта һаулығымды нығытып, үҙемде шифаханала булғандай хис итеп сыҡтым.
Республика һуғыш ветерандары госпиталенең паллиатив бүлеге хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ, хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.