

Хаҡлы ялда булһалар ҙа, йәштәрҙән ҡалышмай, әүҙем тормошта йәшәгән кешеләр һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо уяталыр. Белорет районының Сермән ауылында йәшәгән Любовь менән Николай Рыжовтар тап шундай тынғыһыҙ, егәрле ғаиләләр иҫәбендә.
Николай Петрович Сермәндә тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу институтына уҡырға керә. Дүртенсе курста уҡып йөрөгәнендә ауылға каникулға ҡайтҡан ваҡытта буласаҡ тормош юлдашын осрата егет. Әүжән һылыуы, техникум тамамлап, Сермәнгә практика үтергә килгән була. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү хистәре ҡабына. Күп тә үтмәй, Силәбелә гөрләтеп туй уҙғаралар. Диплом алғас, тыуған ауылындағы колхозда инженер булып хеҙмәт юлын башлай ир-уҙаман. Ғаиләгә йорт бүләләр, бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә.
Бер ваҡыт йәш иргә урамда кешеләргә бәйләнеп, һүгенеп йөрөгән хулигандар осрай. Был күренешкә битараф ҡала алмайынса, иртәгәһенә үк эске эштәр бүлегенә килеп, хеҙмәткә алыуҙарын һорай ул. Шулай итеп, 1994 йылда милицияла эш башлай.
Николай Рыжов 21 йыл участка уполномоченныйы вазифаһында ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Сермән, Аҙнағол, Сатра, Йәндек, Дачная һәм яңы ғына нигеҙ һалынған Иҙел ауылдары халҡы уның ярҙамына таянып йәшәй. Участка полицейскийы хеҙмәте күп тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек талап итә. Николай Рыжовты кешегә ихтирамлы, иғтибарлы, кем генә мөрәжәғәт итһә лә, уның менән яҡшы мөғәмәләлә булғаны һәм хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырышҡаны өсөн барыһы ла хөрмәт итә.
Енәйәттәрҙе тикшергәндә Николай Рыжовҡа төрлө кеше менән танышырға, аралашырға тура килә. Уларҙың яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнаша. Сирек быуат йыл эсендә уның тырышлығы арҡаһында әллә күпме енәйәт, закон боҙоуҙар иҫкәртелә.
Николай Рыжовтың фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Эске эштәр министрлығы тарафынан лайыҡлы баһалана. 2008 йылда етәкселек тарафынан һайлап алынып, Туапсе ҡалаһына ебәрелгән биш участковый исемлегендә ул да була. Был ҡалала өс ай дауамында урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибә уртаҡлаша, рейдтарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ хеҙмәт дәүерендә өлгәшкән юғары күрһәткестәре өсөн ике тапҡыр маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнә. Сермән ауыл хакимиәте лә участковыйҙарының хеҙмәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ауылдың 300 йыллығын байрам итеүгә арналған тантанала Башҡортостан Хөкүмәте исеменән Николайға өр-яңы “Жигули” автомашинаһының асҡысы тапшырыла.
Әлбиттә, уны күҙ ҡарашынан аңлаған, өйҙә һағынып көтөп торған ғаиләһе булмаһа, Николай Рыжов эшендә уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Тормош иптәше Любовь Михайловна менән иңгә-иң терәп, татыу йәшәүҙәренә ошо көндәрҙә 35 йыл да тулған. Полицейский һөнәре йыш ҡына тәүлек әйләнәһенә эштә булыуҙы талап итә. Ғаилә башлығы көноҙоно үҙ эшенән бушамағас, донъяуи мәшәҡәттәрҙең күбеһе ҡатыны иңенә төшә.
Любовь Михайловна оҙаҡ йылдар балалар йортонда, ауыл хакимиәтендә бухгалтер булып эшләй. Ҡыҙҙары Татьяна менән Надежда – ата-әсәһенең ғорурлығы. Оло ҡыҙы – Өфө дәүләт авиация техник университетын, кесеһе Магнитогорск тау-металлургия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Икеһе лә ғаилә ҡороп, башлы-күҙле булғандар, икешәр бала үҫтерәләр.
Биш йыл элек Николай Рыжов хаҡлы ялға сыға, әммә өйҙә тик ултырыу уға хас түгел. Ир-уҙаманды Сермәндә урынлашҡан Урал спорт ҡорамалдары заводына хәүефһеҙлек хеҙмәте начальнигы итеп эшкә саҡыралар. Любовь Михайловна ла һөнәре буйынса эшен дауам итә.
Пенсияға сыҡҡас та, Николай Петрович күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, үҙ ҡулдары менән йорт һала. Ауылдың ситендә, Ағиҙелдән йыраҡ түгел урынлашҡан күркәм, ике ҡатлы йорт әллә ҡайҙан балҡып ултыра.
Бынан ике йыл элек алтын ҡуллы ир-уҙаман ҡулдан трактор ҡора. Николай Рыжов тәбиғәтте бик ярата, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Һаҙлыҡ, тау-урмандар, насар юлдар буйлап та еңел йөрөгән, һыуҙа ла йөҙә алырлыҡ ҡеүәтле техниканы ул тап ошо маҡсатта эшләй.
– Быныһы – минең дүртенсе эшем, һәр яңыһын планлаштырғанда ниндәйҙер яңылыҡ индерергә, камиллаштырырға тырышам, – тип күрһәтте хужа ихаталағы техниканы. Быға тиклем эшләнгән өс машинаны һатып ебәргәндәр.
Рыжовтың “вездеходы”, ысынлап та, бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Двигателе – “Лифан”, ҙур, яҫы тәгәрмәстәре “КрАЗ” автомобилдәренеке, камераһы булмағас, улар ҡалҡыуыс ролен дә үтәй, шуға машина һыуҙа батмай икән, һаҙлыҡ, ҡар, насар юлдарҙан да еңел генә йөрөй. Артта ямғырҙан, һалҡындан һаҡланыр өсөн будкаһы ла бар, ә уның эсенә мейес эшләнгән, хатта шашлыҡ бешергес ҡорамал да хәстәрләнгән.
Рыжовтар урман-ҡырҙар буйлап сәйәхәт итергә ярата, балалар ҡунаҡҡа килгәндә, күмәкләп тәбиғәт ҡосағында ял итеү ғаилә йолаһына әйләнгән. Әйткәндәй, Николай Петрович һәр яңы машинаһын ҡорғанда, иң элек өлкән ейәне Богдан менән кәңәшләшә. Туғыҙ йәшлек кенә булһа ла, ул техника серҙәрен яҡшы белә.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт” девизын алға ҡуйып ғүмер иткән уңған ғаиләнең кәртә-ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт – күпләп тоҡомло кәзә һәм сусҡа аҫрайҙар. Йорттарында һәр ваҡыт йәм һәм тәртип күҙәтелә, баҡсалары ла мул уңыш бирә.
Эйе, күңелгә ял алырлыҡ шөғөлө булған кеше бәхетлелер. Ул шөғөл, өҫтәүенә, килем дә килтерһә, икеләтә яҡшы.
Римма СОЛТАНОВА