Йәмғиәт
13 Ғинуар 2022, 14:00

Халыҡты нимә борсой?

Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре 2022 йылда көтөлгән яңылыҡтар һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. 

Халыҡты нимә борсой?Халыҡты нимә борсой?
Халыҡты нимә борсой?

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре БЮТ-тың “Сәләм” тапшырыуында 2022 йылда көтөлгән яңылыҡтар тураһында һүҙ алып барҙы. Әңгәмә башҡорт телендә ойошторолдо.

1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме 15 973 һум тәшкил итә. Эшләмәгән хаҡлы ялдағыларға пенсияның страховка өлөшө 5,9 процентҡа артасаҡ, уртаса ул 1000 һум тирәһе тәшкил итеп, уртаса пенсия 18500 һум буласаҡ.

2022 йылдан техосмотр дүрт йылдан артығыраҡ ҡулланылышта булған транспортҡа һәм уны иҫәпкә ҡуйғанда, теркәгәндә йәки конструкцияларын үҙгәрткәндә кәрәк.

Тағы ла яңылыҡтарҙан: 2022 йылдан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ (больничный) буйынса минималь түләү күләме көнөнә 412 һум тәшкил итә. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн дә яҡшы яңылыҡ – Пушкин картаһында быйыл аҡса күләме 5 мең һум тәшкил итәсәк. Уның ике мең һумына Рәсәй фильмдарын ҡарарға мөмкин.

“Яңы ҡанундар йәки үҙгәрештәр хаҡында һөйләү, яҙыу – беҙҙең эшмәкәрлектең бәләкәй бер өлөшө. Иң мөһиме – республика халҡын борсоған проблемаларҙы хәл итеү”, - ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре.

Үткән тәүлектә Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары теркәгән мөрәжәғәттәр статистикаһы түбәндәгесә: беренсе урында халыҡты юлдар темаһы борсой – 265 мөрәжәғәт; торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы һорауҙар икенсе урында – 84; өсөнсөлә – төҙөкләндереү темаһы – 74. Мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла иғтибар үҙәгенә алынған һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең даими контролендә тотола.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас