

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевҡа енәйәт эше асылғайны. Әле был эшкә ҡарата Юғары суд ҡарары уға ғәйепләүҙе үҙ көсөндә ҡалдырған. Был хаҡта Ғайса Янбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
"Кисә, 11 ғинуарҙа, республиканың Юғары суды миңә ҡарата ғәйепләү ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Суд ҡарары менән бөтөнләй килешмәйем, шуға күрә уға ялыу яҙасаҡмын һәм артабанғы суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшеүемде дауам итәсәкмен. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм уның командаһына ярҙамы һәм аңлауы өсөн ҙур рәхмәт! Һәм, әлбиттә, һеҙгә – яҡташтарыма, Күгәрсен районы халҡына, ышаныс күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Мин район башлығы вазифаһында эшләгән осорҙа күп яҡшы эштәр башҡарҙым. Һәр ваҡыт ғәҙел һәм район халҡы мәнфәғәтендә эшләнем. Ниҙелер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләп өлгөрмәнем. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, муниципалитетты артабан үҫтереү буйынса планлаштырылған эштең дауам ителәсәгенә ышанам.
Район хакимиәтендә көслө профессионалдар командаһы эшләй, улар артабан да республика етәкселеге менән ҡуйылған бөтә планды һәм бурысты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Әммә иң мөһиме – тыуған районымда эшһөйәр, изге күңелле һәм яуаплы кешеләр йәшәй һәм эшләй – һеҙ, ҡәҙерле Күгәрсен халҡы!"
Билдәле булыуынса, Ғайса Янбаев "Тәүәкән" предприятиеһында эшләгән осорҙағы финанс мутлыҡта ғәйепләнеп, шик аҫтына алынған ине.
Фото: "Башинформ".