

2022 йылдың ғинуарынан "Росреестр" үҙенең сайтында Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан дөйөм ҡулланыштағы мәғлүмәттәр урынлаштыра. Был мәғлүмәттәр менән һәр кем бушлай файҙалана ала. Ошо хаҡтағы бойороҡ 2021 йылдың 17 декабрендә Рәсәйҙең Юстиция министрлығында теркәлгән.
"Росреестр" сайтында “Үҙгәрештәр режимында күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт” сервисы эшләй. Уның аша Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсемһеҙ милек объекттары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алып була.
- Бындай мәғлүмәт күсемһеҙ милек менән эш иткәндә кәрәк. Һатып алыусы (граждан йәки ойошма) "Росреестр"ға мөрәжәғәт итмәйенсә, онлайн алымда, күсемһеҙ милектең адресы, майҙаны, рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө һәм башҡалар, хоҡуҡтарҙы теркәүҙең булыу-булмауы, уның кадастр хаҡы тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ, - тип аңлатты “Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Ләкин шуны ла белеү мөһим: күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт теркәү хоҡуғын раҫлаусы документ булып һаналмай һәм ойошмаға документтарҙы рәсми тапшырыу өсөн тәғәйенләнмәгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә күсемһеҙ милек объектына милек хоҡуғын раҫлаған берҙән-бер документ булып тора. Әлеге ваҡытта Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында булған мәғлүмәттәрҙе биреү буйынса вәкәләттәр Кадастр палатаһына бирелгән.
- Сервис менән ҡулланыу өсөн күсемһеҙ милек объекты адресын йәки кадастр номерын ғына индерергә кәрәк, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы буйынса Кадастр палатаһының Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын алып барыуҙы тәьмин итеү бүлеге начальнигы Әлиә Мөхәмәтйәрова. Әгәр сервиста объект тураһында мәғлүмәттәр сағылмай икән, тимәк, ул кадастр иҫәбенә ҡуйылмаған һәм реестрҙа уның хаҡында мәғлүмәттәр юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгес.
Фото: usinsk.online