

Бөгөн Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.
Премьер-министр социаль селтәрҙә республикабыҙҙағы 460 редакцияның 300-өнөң баҫма рәүештә башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә сығыуын билдәләне. “Бөгөн Башҡортостан медиаструктураһы үҫешә. Былтыр беҙ һанлы технологияларҙы индереү буйынса ҙур эш атҡарҙыҡ. Дәүләт киң мәғлүмәт саралары сайттарын заманлаштырҙыҡ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәге мультимедия проекттарын тормошҡа ашырыуҙы субсидияланыҡ”, - тип яҙған Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ күп йылдарҙа киң мәғлүмәт сараларының республика тормошон һәр яҡлап яҡтыртыуҙы тәьмин итеүе, кешеләргә ваҡиғалар үҙәгендә булырға ярҙам итеүе хаҡында әйткән. “Профессионаллегегеҙ ярҙамында уҡыусылар объектив һәм үҙ ваҡытында мәғлүмәткә эйә була. Йәшермәйем, мин дә, хеҙмәттәштәрем дә үҙҙәренең ҡайһы бер ҡарарҙарын ҡабул иткәндә уларға ориентир тота”, - тип белдергән Премьер-министр.
Фото: социаль селтәрҙән.